Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
27 Ноябрь 2023, 14:04

"Айыҡ ауыл" конкурсының әһәмиәте ниҙә?

Был тәңгәлдә ауыл биләмәһе башлыҡтарына күп нәмә бәйле

"Айыҡ ауыл" конкурсының әһәмиәте ниҙә?"Айыҡ ауыл" конкурсының әһәмиәте ниҙә?
"Айыҡ ауыл" конкурсының әһәмиәте ниҙә?

Бөгөн Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы офисында "Айыҡ ауыл" республика конкурсының район этабында ҡатнашыусылар комиссия алдында һынау тотто. Улар конкурс сиктәрендә алып барылған эштәр менән таныштырҙы, үҙҙәренең проекттарын яҡланы.Атап әйткәндә, Ғүмәр, Түбә, Ишмөхәмәт, Һәмән, Ишбирҙе, Юлыҡ, Икенсе Төркмән ауылдарының ойоштороу комитеты ағзалары һәм ауыл башлыҡтары сығыш яһаны.Бынан алда Үрге Яйыҡбай ауылы һынау тотҡайны.

Шуныһын билдәләп үтергә кәрәк, бындай конкурстарҙы ойоштороу йәмғиәт өсөн кәрәк.Бер генә миҫал.Бөгөн конкурста ҡатнашҡан бер ауыл биләмәһе комиссияға ошоғаса "йәшел йылан" менән мауыҡҡан, әммә хәҙер инде был насар ҡылығынан баш тартҡан бер ҡатынды алып килгән. Ошоғаса насар ғаилә булараҡ иҫәптә торған был пар эсеүен ташлап, хәҙер инде матур донъя көтә башлаған, хатта ауылда үткән төрлө сараларҙа ҡатнаша башлаған.Ошо хаҡта бөгөн ҡатын үҙе һөйләне.Урындағы биләмә башлығы уны эшкә алған.

"Айыҡ ауыл" конкурсының файҙаһы юҡ, тигән фекерҙәргә асыҡ дәлил был.Әлбиттә, бындай һөҙөмтәгә ауыл биләмәһе башлығының һәм урындағы активтың ныҡышмалы хеҙмәте менән өлгәшергә мөмкин.

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас