+24 °С
Ямғыр


Икенсе Этҡолдан хеҙмәт ветераны Ишназарова Рәйсә Хәлит ҡыҙы үҙенең күркәм юбилейын - 80 йәшен билдәләне.Бар ғүмерен намыҫлы хеҙмәткә арнаған Рәйсә Хәлит ҡыҙы тормош иптәше Юлай Әбүбәкир улы менән 57 йыл татыу ғүмер кисерә.Үҙҙәре кеүек уңған балалар үҫтереп, был һоҡланғыс пар әле лә матур донъя көтә, мал аҫрай, йәштәргә үрнәк күрһәтеп йәшәй.
Юбилярҙы Ниғәмәт ауыл биләмәһе башлығы Амур Әминев һәм хакимиәт белгесе Гөлсөм Гребнева ихлас тәбрикләне, бүләк тапшырҙы.