Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
26 Ноябрь 2023, 15:23

Ағинәйгә - юғары награда

Байымдан Зөлхәмизә Мөхәмәтйәноваға "Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе" миҙалы тапшырылды.

Ағинәйгә - юғары наградаАғинәйгә - юғары награда
Ағинәйгә - юғары награда

Ниғәмәт ауыл биләмәһе башлығы Амур Әминев, хакимиәт белгесе Гөлсөм Гребнева, китапханасы Фәниә Мәжитова Байымдан абруйлы ағинәй Мөхәмәтйәнова Зөлхәмизә Фазулла ҡыҙына "Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе" миҙалын тапшырҙы.Тантанала сығыш яһап, Амур Зиннәтулла улы ағинәйгә һаулыҡ, бәхет, именлек теләне.Фәниә Зиннәт ҡыҙы йыр бүләк итте.

Зөлхәмизә Фазулла ҡыҙы Рәсүл Фәруҡ улы менән 62 йыл татыу ғүмер кисерә, 8 бала тәрбиәләп үҫтерәләр.Бөгөн ағинәй алты ҡыҙы, улының ҡәҙер-хөрмәтендә йәшәй.

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас