Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
24 Ноябрь 2023, 13:55

Хәлһеҙлек һәм баш ауыртыуы йышайған

Бөгөн республикала күптәр көслө баш ауыртыуына һәм хәлһеҙлеккә зарланған. Быны белгестәр атмосфера баҫымының норманан үтә түбән булыуы менән аңлата. Айырыуса ҡан баҫымы түбән булғандар яфалана. Әммә ял көндәрендә беҙҙе тағы ла һынау көтә...  

Хәлһеҙлек һәм баш ауыртыуы йышайғанХәлһеҙлек һәм баш ауыртыуы йышайған
Хәлһеҙлек һәм баш ауыртыуы йышайған

Бөгөн төндә үк геомагнит тулҡындарының ныҡ көсәйеүе көтөлә. Ул көсәйә барып, йәкшәмбе кискә генә әҙерәк тынысланасаҡ. Геомагнит тулҡындары ла баш ауыртыуына, ҡан баҫымының үҙгәреүенә килтерә.Белгестәр физик көсөргәнеште арттырмаҫҡа, үтә тоҙло, боросло, майлы аштарҙан, иҫерткес эсемлектәрҙән баш тартырға кәрәклеген белдерә. Ваҡытында ял итеү, йоҡо туйҙырыу мотлаҡ, ти табиптар.   

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас