+24 °С
Ямғыр
Ял көндәрендә күптәр юлға сыға. Ямғырҙарҙан һуң көн ҡапыл һыуытты. Бындай мәлдә юлдың тайғаҡ, хәүефле булыуын онотмағыҙ. Үкенескә ҡаршы, әле һаман йәйге резиналар менән йөрөгән водителдәр осрап ҡуя. Был үҙегеҙгә генә түгел, башҡа юлсыларға ла хәүеф менән янай.
Өфө-Инйәр-Белорет трассаһында бер юлы өс машина төкөшкән. 70 йәштәге ир шәп тиҙлектә ҡаршы полосаға сыға һәм ҡаршыһына килгән машинаға төкөй. Ә ул машина тағы бер машинаға барып төкөй. Һөҙөмтәлә, был ике машиналағы кешеләр йәрәхәтләнеп дауаханаға эләгә.