

Махсус хәрби операциялағы яугирҙәребеҙгә ярҙам йыйыу башланды. Уны халыҡ ижады үҙәгендә ҡабул итәләр. Белешмәләр өсөн телефон: 3-10-27.
Посылкалар 17 ноябрҙә - 17.00 сәғәткә тиклем, 18 ноябрҙә - 17.00 сәғәткә тиклем, 19 ноябрҙә 15.00 сәғәткә тиклем ҡабул ителә.
Шәхси посылкаларҙы тапшырыу өсөн райондан вәкилдәр барасаҡ.
Посылкаларығыҙҙы 30*40*30 үлсәмендәге ҡаты һәм ныҡ картон ҡумтаға һалығыҙ һәм скотч менән ныҡ итеп беркетегеҙ. Посылканың өҫтөнә ҡағыҙға баҫылған яугирҙең исем-шәрифе, позывнойы, полк, батальон, рота, взвод, отделениеһы тураһында мәғлүмәт булырға тейеш. Посылкаға иҫерткес эсемлектәр һәм тиҙ тоҡаныусан әйберҙәр, үткер, осло, ҡырҡыусы әйберҙәр, тиҙ боҙола торған аҙыҡ-түлек һалыу тыйыла. Иғтибарлы булығыҙ!