

Мәғлүм булыуынса, Баймаҡ лицей-интернаты белем биреүҙең яңы системаһына, йәғни полилингваль белем биреүгә күсә. Был йәһәтәттән уҡыу йортонда маҡсатлы эштәр алып барыла.
Әле унда инновацион майҙансыҡта эшләү буйынса йыллыҡ отчет ҡаралды. Төп маҡсат - бер нисә телдә белем алған балаларҙа донъяуи мәҙәниәткә ҡыҙыҡһыныу уятыу. Был мөһим эш М. Аҡмулла исемендәге дәүләт университеты менән тығыҙ бәйләнештә алып барыла. Уҡытыусылар асыҡ дәрестәр күрһәтте. Майҙансыҡтың фәнни етәксеһе, педагогия фәндәре докторы Рәйсә Дәүләтбаева, шулай уҡ филология фәндәре докторы Татьяна Буркова, филология фәндәре кандидаты Зөләйха Хәбибуллина бар дәрестәрҙе ҡарап лицей-интернат уҡытыусыларының юғары профессионал кимәлен билдәләне. Афарин!
Мәғариф системаһындаһы яңы алымдар "Мәғариф" милли проектына ярашлы башҡарыла.