Баймаҡ районы буйынса Эске эштәр бүлегенең дежур-диспетчер хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, уҙған аҙнала районда 133 хәл-ваҡиға булған, шуның 13-ө криминаль характерға эйә. Сит өлкәгә вахта ысулы менән йөрөп эшләргә теләгән ике кеше, “эш биреүсенең” юлға билет алырға кәрәк, тигәндәренә ышанып, береһе - 11 мең һум, икенсеһе 21 мең һум аҡса күсереп алданған. Инвестиция юлы менән аҡса эшләргә теләгән берәү 4 млн һумын юғалтҡан. Займ һәм кредит алып түләмәгән 8 кешегә ҡарата дәғүә ғаризаһы бирелгән. Берәү сит кешенең “Дәүләт хеҙмәте” порталына үтеп инеп, документтарға заявка биргән. Бер төркөмдөң рөхсәтһеҙ һунар итеп илек алыуҙары асыҡланған. Страховка түләүе алырға теләгән берәү махсус рәүештә машинаһын бәрҙерә. “Пятерочка” магазинынан 48 мең һумлыҡ ТСТ-терминалын урлағандар.
ЮХХДИ инспекторҙары тарафынан алынған мәғлүмәттәр буйынса, юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙған 143 осраҡ теркәлгән. 4 юл-транспорт ваҡиғаһы булған. Иҫерек килеш руль артына ултырған 8 водитель тотолған, шуларҙың берәүһе ҡайтанан эләккән.