

Илебеҙҙә көҙгө саҡырылыш дауам итә. Бөгөн Баймаҡ хәрби комиссариатынан йәш ил һаҡсыларыбыҙ Ватан һағына оҙатылды.
Уларҙы район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев тәбрикләне.
- Ҡәҙерле егеттәр! Бөгөн һеҙ ил һағына баҫаһығыҙ. Һеҙҙең был етди аҙымығыҙ менән беҙ ғорурланабыҙ. Һеҙҙең кеүек шәп егеттәребеҙ булған саҡта Ватаныбыҙҙың хәҙергеһе лә, киләсәге лә өмөтлө. Имен-һау йөрөп ҡайтығыҙ! Беҙ һеҙҙе көтәбеҙ!
Ил һаҡсыларын шулай йәштәр комитеты начальнигы Гөлсинә Сирғәлина тәбрикләп, иң изге теләктәрен еткерҙе.
Йәш ил һаҡсыларына хеҙмәт иткән еренә имен-һау барып етеп, һалдат тормошоноң тик иң ыңғай, иң матур яҡтарын күрергә яҙһын! Тағы ла көслөрәк рухлы булып, ысын ир-егет һыҙаттарын тағы күберәк туплап ҡайтырға яҙһын!