+24 °С
Ямғыр
Беҙ аптыранһаҡ та, табиптарҙы бер нимә менән дә аптыратып булмай. Өфө хирургтары булавка йотҡан ҡыҙҙы ҡотҡарған. Һылыу яулығын тейешенсә матурлап ябыныу өсөн рәтләй. Уны ҡаҙап ҡуйыу өсөн алған булавкаһын ауыҙына ҡаба. Һәм уны яңылыш йота. Әмәлгә, уны хирургтар алып өлгөрә. Ҡыҙ үҙен яҡшы тоя. Барыһы ла ҡурҡыу менән генә тамамлана. Һау-сәләмәт булһын!