Новости
10 Ноябрь 2023, 08:00

Ковид арта бара

Республикала ковид йоҡтороусылар арта. Күберәк 60 йәште үткәндәр ауырый...

Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһын йоҡтороусылар көндән-көн арта.

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, уҙған тәүлектә 125 кешелә COVID-19 асыҡланған. Пандемия башланғандан алып 375 328 кеше сирләгән.

Әлеге ваҡытта 150 пациент стационарҙа дауалана, шуларҙың 80-е – 60 йәште уҙған. Ә 1416 сирле өй шарттарында дауалана.

<Һаулыҡ> милли проектына ярашлы, халыҡтың сәләмәтлеген һаҡлау өсөн дауаханаларҙы яңы медицина ҡорамалдары һәм препараттары менән тәьмин итеү ҡаралған. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас