

Өфөлә "Мәҙәниәт" милли проекты һәм республикабыҙҙың баш ҡалаһының 450 йыллығына әҙерлек сиктәрендә Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрын реконструкциялау дауам итә. Реконструкция шулай уҡ театр янындағы "Әкиәттәр аллеяһы"на ла ҡағыла. Театр янында асыҡ һауалағы музей барлыҡҡа килә, унда ЮНЕСКО реестрында булған ун ике иң ҙур Рәсәй объектының һәм Башҡортостандың дүрт тәбиғәт ҡомартҡыһының миниатюраларын урынлаштырырға ниәтләйҙәр.
Мәҫәлән, күптән түгел бында «Инйәр Тештәре» – Белорет районында Оло Инйәр һәм Тирлән йылғалары араһында Урынлашҡан Көньяҡ Уралдағы тау һыртының күсермәләре ҡуйылған. Уның төп иҫтәлекле урыны-тештәре йәки ҡая циркы. Шулай уҡ «Тура хан Кәшәнәһе» һәм «Шүлгәнташ мәмерйәһе»әҙер. Яңы әкиәт замогын төҙөү тамамланыуға бара.
Ҡурсаҡ театры үҙе лә танымаҫлыҡ булып яңыртылды. Иҫке фасадтың алдына яңыһы төҙөлә, шуның менән файҙалы майҙанды артыралар. Ҡунаҡтар өсөн зал һәм витражлы быялалар артында кафе буласаҡ. Архитекторҙар шулай уҡ элекке ҡурсаҡ театры стенаһындағы совет мозаикаһын һаҡлап ҡала.
- Бөгөнгө көнгә төҙөкләндереү 100 процентҡа башҡарылған. Тротуар плиткаһы, амфитеатр плиткаһы монтажлана, эскәмйәләр, яҡтыртыуҙар ҡуйыла, газон, ағастар, ҡыуаҡтар ултыртыла. Тиҙҙән колоннада перфорацияһын монтажлауҙы тамамлайбыҙ, шулай уҡ биналар эсендәге биҙәктәрҙе лә тамамлайбыҙ, - тип билдерҙе участка начальнигы Наил Хазбуллин.
Яңыртылған театрҙа беренсе тамаша быйыл декабрҙең икенсе яртыһына планлаштырылған.
Сығанаҡ: СРК.