Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
10 Ноябрь 2023, 10:00

Ауыл хужалығында эшләр кеше ҡалырмы?

Был хәл бөгөн үк киҫкен проблема булып тора

Яҙғы сәсеү, мал аҙығы әҙерләү урып-йыйыу эштәре кампаниялары алдынан таныш фермерҙарҙың шылтыратыуы, механизаторҙар, игенселәр, малсылар эҙләп күрше райондарға сығыуы һуңғы йылдарҙа ғәҙәти хәлгә әүерелде.

Бындай күренеш быйыл да ҡабатланды. Таныш фермер ярҙам һорап мөрәжәғәт итте:

– Ҡара әле, һинең йөрөмәгән ерең, һөйләшмәгән кешең юҡ, шуға ла бер йомош менән шылтыратам. Эш шунда: миңә тиҙ арала комбайнсы кәрәк. Берәү түгел, икәү. МТЗ-ға ла берәй тракторсы тапһаң, тағы ла шәберәк. Ашнаҡсы ла кәрәк. Лайыҡлы хеҙмәт хаҡы түләйем.

– Ә үҙегеҙҙең ауылда юҡмы ни?

– Юҡ шул, булғандары ла ҡырҙа эшләй, ялҡауҙар урам ҡыҙыра... 

Оҙаҡ йылдар ауыл хужалығы темаһына яҙған һәм ауыл хужалығы предприятиелары һәм КФХ етәкселәре менән даими аралашып йөрөгән журналист булараҡ, әлеге шылтыратыу минең өсөн яңылыҡ булманы. Агросәнәғәт комплексында кадрҙар етешмәүе һәр кемгә билдәле һәм әлеге фермерға хәлдән килгәнсә ярҙам итергә тырыштым. Бер ғаиләне шунда барырға күндерҙем. Ир кеше механизатор, ә ҡатыны әле булһа шунда ашнаҡсы булып эшләй. Эш хаҡын да лайыҡлы түләй – һәр хәлдә, ғаилә бик ҡәнәғәт. 

Ауыл хужалығына кадрҙар етешмәүе һуңғы тиҫтә йылдарҙағы иң киҫкен проблемаларҙың береһенә әүерелде. Ошоғаса, йылдар буйы эш хаҡы түләмәһә лә, ауыл кешеләре колхоз-совхозға “йәбешеп ятты”. Шунан улар әкренләп ситтә эшләргә өйрәнде, кемдер үҙ эшен асты. Ә бына ауылда фермер хужалығы асҡандарға эшкә төшөргә ашҡынып барманы. Йәнәһе, уны байытаһы килмәй. Һөҙөмтәлә шундай хәл килеп тыуҙы: кеше эш юҡлыҡҡа, аҡса юҡлыҡҡа зарлана, властарҙы һүгә, әммә эргәләге фермерға механизатор йәки һауынсы булып эшкә бармай. 

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығынан алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, төбәктең агросәнәғәт комплексы кадрҙарға ҙур ҡытлыҡ кисерә, белгестәр һәм эшселәргә ихтыяж йылдан-йыл арта бара. Йыл да, белгестәрҙең фекеренсә, ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәренең һаны уртаса 4-5 процентҡа кәмей. 2021 йылда агросәнәғәт комплексы 115 агроном, 163 агроинженер, 138 зоотехник, 187 ветеринар, 163 механизатор һәм 152 һауынсыға ҡытлыҡ кисерһә, һуңғы йылдарҙа был һандар артҡан ғына. 

Был тәңгәлдә шуны әйтергә кәрәк, ауылдан сыҡҡан йәштәрҙең, уҡыу йорттарын тамамлағас, тик 21 проценты ғына тыуған яғына эшкә ҡайтырға теләй. Ҡалғандары иһә ҡалала төпләнеүҙе хуп күрә. 

Беҙҙең райондың ауыл хужалығы предприятиеларын һәм фермер хужалыҡтарын алып ҡарағанда ла, унда эшләүселәрҙең күбеһе урта йәки пенсия алды йәшендә. Хаҡлы ялда булып та, әле лә эшләп йөрөүселәр күп. Бөгөн ауыл хужалығында эшләүселәрҙең барыһында ла тиерлек күбеһенсә ситтән килгәндәр эшләй. Был тәңгәлдә Ленин исемендәге АХК, Һаҡмарҙан “Илфат Сәфәрғәлин”, Йомаштан “Хәйҙәр Килдеғошов”, Яраттан “Айҙар Мырҙаҡаев” КФХ-ларын ғына айырым билдәләп үтергә мөмкин – был предприятиеларҙың коллективын урындағы халыҡ тәшкил итә. 

Иң ҙур ҡытлыҡ комбайнсыларға барып төртөлә. Элекке колхоз-совхоз һынауын үткән тәжрибәле комбайнсылар хәҙер хаҡлы ялға сығып бөттө, йәшерәктәре иһә һәйбәт аҡса түләгән төбәктәрҙә эшләй. Ә бит беҙҙә лә комбайнсыға яҡшы түләйҙәр – быйыл бер фермер, комбайнсының эш хаҡы 140 мең һумға барып етәсәк, тип һөйләп торҙо. 140 мең һум насар эш хаҡымы ни?! 

Комбайнсылар таба алмау арҡаһында хәҙер күп фермерҙар штурвал артына үҙҙәре ултыра, шунһыҙ мөмкин дә түгел. Һәр хәлдә, сәсеү майҙандары әҙерәк булған эшҡыуарҙар шулай эшләргә мәжбүр. Бөгөн ауыл хужалығы предприятиеларында һәм КФХ-ларҙа агроном, зоотехник, ветеринар, механик тигән белгестәр бөтөнләй юҡ кимәлендә. 

Фермер бер үҙе бөтә эште лә үҙ иңенә йөкмәй, әммә уның был йүнәлештәрҙе ойошторорлоҡ аҡылы-белеме етәме һуң? Тик Ленин исемендәге АХК, “Салауат”, “Толпар” ЯСЙ-ларында, “Рәмил Байрамғолов” КФХ-һында ғына тейешле белеме булған белгестәр эшләй. 

“Ауыл хужалығында эшсе ҡулдар ҙа табырға, производствоны ла тейешенсә ойошторорға мөмкин, әммә ҡайһы бер факторҙарҙың аяҡ салыуы тармаҡҡа ҡамасаулай, – ти фермерҙар, – мәҫәлән, ауыл хужалығы продукцияһына хаҡтарҙың үтә түбән булыуы. Элек совет заманында 1 литр һөткә 3 литр солярка һатып алырға мөмкин булған. Үткән быуаттың 80-се йылдарында яғыулыҡ-майлау материалдарын 1 литрын 4 тингә һатып алып булған, ә шул уҡ ваҡытта 1 кг бойҙай 10 тин торған. Айырма бармы? Бар, әлбиттә! Ә хәҙер бойҙай – 10, ГСМ иһә 70 һум тора. Ҡайҙа бында ғәҙеллек?!” 

Дәүләт үҙ яғынан агросәнәғәт комплексына төрлөсә ярҙам итергә тырыша, байтаҡ программалар тормошҡа ашырыла, фермерҙар гранттар алып ҡыуана. Башҡортостан Хөкүмәте ошоғаса уҡыу йортон тамамлап, ауыл хужалығына эшкә ҡайтҡан белгестәргә 500 мең һум бер тапҡыр бирелә торған ярҙам  бүлеп килде. 

2020 йылда Ауыл хужалығы министрлығы был ярҙамды 750 мең һумға тиклем күтәреп сыҡҡайны. Әммә был аҙым аҡланымы, йәштәр ауылда ҡалдымы? Юҡ, әлбиттә. Нисек кенә булмаһын, илде туйындырған тармаҡты кадрҙар ҡытлығынан йолоп ҡалыу – дәүләттең, власть органдарының иң мөһим бурыстарының береһе булырға тейештер. Был тәңгәлдә ауылға йәштәрҙе ылыҡтырырлыҡ махсус программалар булдырыу, ауыл инфраструктураһын үҫтереү кәрәктер. Юғиһә, бер нисә йылдан ауылда эшләргә лә кеше ҡалмаҫ тимә.

Азамат МөХӘМӘТШИН

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас