+21 °С
Болотло


5 ноябрҙә булған ҡуйы ҡыҙыл төҫтәге төньяҡ балҡышы күптәрҙе хафаға һалды. Был ҡояштың әүҙемлегенә бәйле ине. Ғалимдар белдереүенсә, ҡояштың әүҙемлеге тағы көсәйеүе, унда балҡыштар булыуы, плазма урғылыуы көтөлә. Был спутник ҡоролмаларына тәьҫир итәсәк. 2003 йылда, мәҫәлән, ошондай ҡояш әүҙемлеге бер нисә илде электрһыҙ ҡалдырған.
Бындай мәлдә йөрәк, ҡан баҫымы юғары булғандаарға һаҡланырға кәрәк.