Новости
8 Ноября 2023, 12:09

Аграрийҙарҙың хеҙмәте юғары баһаланды

Үткән аҙнала Өфөлә Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы саралар ойошторолдо. Республика аграрийҙарын Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров тәбрикләне, дәүләт наградалары тапшырҙы.  

Аграрийҙарҙың хеҙмәте юғары баһаландыАграрийҙарҙың хеҙмәте юғары баһаланды
Аграрийҙарҙың хеҙмәте юғары баһаланды

Үткән аҙнала Өфөлә Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы саралар ойошторолдо. Республика аграрийҙарын Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров тәбрикләне, дәүләт наградалары тапшырҙы.

Тантаналарҙа хакимиәт башлығы Фәнис Әминев етәкселегендәге беҙҙең район делегацияһы ла ҡатнашты.

– Бөгөн был ҡатмарлы тармаҡты, мөһим һөнәрҙәрҙе һайлаған кешеләрҙе хөрмәтләйбеҙ, – тине Радий Фәрит улы үҙенең ҡотлау сығышында. – Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө менән ихлас ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ. Һеҙҙең һөнәри оҫталыҡ, тырышлыҡ, һайланған эшкә тоғролоҡ маҡтауға лайыҡ. Ҡатмарлы һауа шарттарына ҡарамаҫтан, быйыл аграрийҙар яҡшы уңышы менән ҡыуандырҙы. Республиканың агросәнәғәт комплексы тотороҡло үҫешә, иҡтисадтың флагманы булып тора. Һөҙөмтәлә беҙ үҙебеҙҙе тулыһынса төп продукция менән тәьмин иттек. Лайыҡлы уңыш йыйып алынды – 3,3 млн тонна иген, 500 мең тонна майлы культура- лар, 1,6 млн тонна шәкәр сөгөлдөрө тупланды. Етерлек орлоҡ әҙерләнде. Үткән йылдағы кеүек үк иген культу- раларының тулайым йыйымы буйынса Стәрлетамаҡ районы алдынғылыҡты бирмәне – 200 мең тонна ашлыҡ йыйып алды. Баймаҡ районы ла үҙенең уңы- шы менән ҡыуандырҙы – 100 мең тонна- нан ашыу. Бөтә был күрһәткестәр – һеҙҙең иңе- геҙгә йөкмәтелгән эшкә яуаплы ҡара- шығыҙҙың, һайлаған һөнәрегеҙгә тоғро ҡалыуығыҙҙың асыҡ һөҙөмтәһе ул. Агросәнәғәт комплексын техник мо- дернизациялау әүҙем дауам итә. Йыл да республика аграрийҙары 400-ҙән ашыу трактор, 200 иген һуғыу комбайндары, башҡа техника һатып ала. Быйыл 10 айҙа 11 млрд һумға яңы техника алынған. Аҙыҡ-түлек именлеген тәьмин итеүгә 8 мең фермер хужалығы тос өлөш ин- дерә. Бөгөн улар ауыл хужалығындағы продукцияның 14 процентын етештерә. Махсус хәрби операция осоронда агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре һәм ауыл эшсәндәре ҙур ярҙам күр- һәтә. Бының өсөн мин һеҙгә ҙур рәх- мәтемде белдерәм. Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сә- нәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналарҙа иң яҡшылар дәүләт награ- далары менән билдәләнде. Беҙҙең райондың Ишмөхәмәт ветеринар участ- каһы мөдире Мансур Ғәлин “Башҡор- тостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән маҡ- таулы исемгә лайыҡ булды. Крәҫтиән- фермер хужалығы башлығы Юрий Най- денов Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнде.

“Уңыш-2023” республика конкурсы йомғаҡтары буйынса “Елена Юлғотлина” КФХ-һынан Андрей Юлғотлин “Иң яҡшы иген йыйыу комбайны операторы” номи- нацияһында еңеп сыҡты һәм уға Радий Хәбиров Lada Niva автомобиленең ас- ҡысын тапшырҙы. – Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған сара юғары кимәлдә үтте, – тип билдәләне район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары Азат Шәрипов. – “Уңыш-2023” конкурсы еңеүселәрен иғ- лан итеү беҙҙең өсөн ҡыуаныслы хәл булды – Андрей Юлғотлин яңы автомобилгә лайыҡ булды. Был инде республика етәкселегенең тармаҡҡа етди иғ- тибары тураһында һөйләй. Тантаналы йыйылышта сығыш яһап, Башҡортостан Башлығы республиканы 2030 йылға тиклем үҫтереү програм- маһы тураһында һөйләне. Әлбиттә, ауыл хужалығы тармағына ла ҙур иғтибар бүленәсәк. Айырыуса ауылдарҙы төҙөкләндереү иң өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһенә әүереләсәк, атап әйткәндә, “Башҡорт ихаталары” кеүек програм- малар барлыҡҡа киләсәк. Һуңғы осорҙа тармаҡҡа кадрҙарҙы, йәштәрҙе йәлеп итеүгә иғтибарҙы арт- тырҙылар. Был юҫыҡта ла ниндәйҙер яңы программаларҙы тормошҡа ашырыу күҙаллана. Шул уҡ ваҡытта аграрийҙарға ғәмәл- дәге дәүләт ярҙамы күрһәтеү артабан да дауам итәсәк.

– Бындай ҙур бүләк – автомобиль бирерҙәр тип көтмәгәйнем, – тип үҙенең ҡыуанысы менән уртаҡлашты һуңынан Андрей Викторович. – Быға ҡәҙәр, ок- тябрь башында, Башҡортостан Республикаһы делегацияһы составында Мәскәүҙә “Алтын көҙ-2023” агросәнәғәт күр- гәҙмәһендә ҡатнашып ҡайттым. Әлбиттә, тәьҫораттар иҫ киткес! “Түңәрәк өҫтәл” артында башҡа ра- йондарҙан килгән коллегалар менән аралаштыҡ, техниканы файҙаланыу өл- кәһендә тәжрибә менән уртаҡлаштыҡ. Һәм шунда киләһе йыл ниндәй трактор һатып аласағым тураһында аныҡ фе- кергә килдем. Минең хеҙмәтемде шулай юғары баһалағандары өсөн район һәм рес- публика етәкселегенә ҙур рәхмәтемде еткерәм. Ә инде яңы автомобиль ху- жалыҡ производствоһын үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерер, тип ышанам. – Бындай кимәлдәге сараларҙа мин тәүге тапҡыр ҡатнашам, – тине “Юрта” ЯСЙ-һы директоры Юрий Найденов. – Бик тә шәп үтте был сара! Бай программа, фермер продукцияһы күргәҙ- мәһе, байрам концерты, коллегалар менән аралашыу – барыһы ла юғары ки- мәлдә булды. Минең хеҙмәтемде юғары баһалаған- дары өсөн бик ҡыуандым. Әйткәндәй, әлеге осор минең өсөн юбилей йылы булды: 60 йәшем булды, хужалыҡҡа иһә – 30. Тимәк, был награда минең өсөн бик тә ҡәҙерле. Рәхмәт!

“Өфөгә барып ҡайтыу күңелемдә тик яҡшы тойғолар ҡалдырҙы, – ти Мансур Ғәрифулла улы. – Шундай юғары награда биргәндәре өсөн бик ҡыуандым һәм ғорурланам. Бының өсөн район һәм республика етәкселе- генә рәхмәтемде белдерәм. Ветврач булып 1985 йылда эшләй башланым.  Уға ҡәҙәр колхозда малсы булып тир түктем, һуңынан хужалыҡ мине Стәрлетамаҡ ауыл хужалығы техникумына уҡырға ебәрҙе. Армияла хеҙмәт иттем. Артабан мине “Йылайыр” совхозына эшкә йүнәлттеләр. Һуңғы осорҙа Ишмөхәмәт ветучасткаһы мөдире булып эшләйем, иңемә йөкмәтелгән бурысты намыҫлы атҡарыу өсөн бар көсөмдө һалам”.

Район аграрийҙарын юғары награда алыуҙары менән ҡотлайбыҙ, еңел булмаған эштәрендә яңы ҡаҙаныштар теләйбеҙ. Һеҙ – районыбыҙ ҡото һәм терәге!

Азамат МӨХӘМӘТШИН. 

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас