Новости
7 Ноябрь 2023, 11:55

Үәт, исмаһам, йомаштар!

Йомаш ауылы ҡатын-ҡыҙҙары ауыл мәсетенә йыйылып махсус хәрби операциялағы ир-егеттәребеҙгә бар күңел йылыһын һалып посылка әҙерләне. Изге эшкә бар ауыл халҡы дәррәү ҡушылды.  Кемдер үҙ уңышы, кемдер аҡсалата ярҙам итте...

Үәт, исмаһам, йомаштар!Үәт, исмаһам, йомаштар!
Үәт, исмаһам, йомаштар!

 Йомаш ауылы мәсетендә бер төркөм ҡатын- ҡыҙҙар йыйылышып махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға посылка әҙерләне. Һәр береһе үҙ өлөшөн индерергә тырышып, өйҙәренән йәшелсәләр, он, май, йомортҡа алып килделәр

."Күмәклагән- яу ҡайтарған"- тигәндәй, тиҙ арала йәшелсәларҙе турап, быҡтырып, банкаларға борщтар ябылды, ҡалған кәбеҫтәләрҙе тоҙлап, банкаларға тултырылды.

Яугирҙәребеҙ өй туҡмасын, сәк- сәктәрен һағыналарҙыр тип, туҡмас ҡырҡып, тәмле сәк- сәктәр ҙә бешерҙек .Өйҙә үҙҙәре әҙерләгән салаттарын Ибяева Фәриҙә һәм Байсыуаҡова Гөлсөм апайҙар алып килеп тапшырҙы. Магазин хужабикәһе Килдеғошова Зөһөрә апай аҙыҡ- түлек менән ярҙам итте.Үҙҙәре үҫтергән йәшелсәләрен Байегетов Мәжит ағай һәм Янбаева Миннебикә инәй алып килде. Шулай уҡ аҡсалата ярҙам иткән Иҫәнов Даянға ла ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ!

Ҙур эш башҡарғанда ярҙам итеүселәргә оло рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ! Ныҡлы һаулыҡ, эштәрегеҙҙең гел уң булыуын теләйбеҙ! Тиҙерәк һуғыш афәттәре тамамланһын, егеттәребеҙ үҙ йорттарына имен- һау әйләнеп ҡайтһын, тигән сәләмдәрен еткерҙе йошмаштар. Афарин!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас