+24 °С
Ямғыр


Кемдер был күренеште северное сияние йәғни төньяҡ балҡышы менән бәйләне. Ғалимдар был күренеште ҡояштың үтә әүҙемлеге менән бәйләй. Ҡояшта ҙур ҡара тап барлыҡҡа килеүен дә белдерәләр. Һөҙөмтәлә бик көслө магнит ҡойондары башланды. Ул бер нисә көн дауам итәсәк. Бындай көндәррҙә йөрәк, ҡан баҫымы ауырыуҙары булғандарға ныҡ һаҡланыр кәрәк. Физик әүҙемлекте кәметергә, күберәк йоҡларға, ти белгестәр. Шулай уҡ нервыларҙы һаҡлар кәрәк. Бындай магнит ҡойондары кешеләрҙә агрессив тойғолар уята икән.
Техникаға ла йоғонтоһо булыуы бар. Шулай уҡ интернет, кәрәҙле бәйләнештә өҙөклөктәр булыуы бар ти белгестәр.