Новости
6 Ноябрь 2023, 12:40

Эштең үҙ серҙәре бар

Предприятие сәнәғәт ҡабын етештереүҙе оптималләштерҙе. Һаҡсыл технологиялар индереү һөҙөмтәһендә пилот участкаһы етештереүен 10 процентҡа күтәреүгә өлгәштеләр.

Өфөлә “ВЭЙ ПАК” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты сиктәрендә төбәк компетенциялар үҙәге эксперттарының ярты йыллыҡ эш һөҙөмтәһен барланы. Предприятие сәнәғәт ҡабын етештереүҙе оптималләштерҙе. Һаҡсыл технологиялар индереү һөҙөмтәһендә пилот участкаһы етештереүен 10 процентҡа күтәреүгә өлгәштеләр. Нимәләр эшләнеүе тураһында Башҡортостандың иҡтисади үҫеш инвестиция сәйәсәте министры Айрат Фәхретдинов әйтте.

 -Төбәктең компетенциялар үҙәге эксперттары милли проектта ҡатнашыусыларға сығымдар менән бәйле күренгән һәм күренмәгән юғалтыуҙарҙы асыҡларға ярҙам итә. Хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү, юғалтыуҙарҙы кәметеү предприятиеға булған штат һәм етештереү ҡеүәтәре менән күберәк продукция етештереү мөмкинлеген аса. Яңы тәжрибәнән, белемдән ҡурҡырға кәрәкмәй, милли проектҡа ҡушылыу һәм эште тағы ла һөҙөмтәлерәк итеп башҡарырға ынтылыу мөһим, - тине Айрат Фәхретдинов.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас