Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
3 Ноябрь 2023, 13:10

Ниңә ышанабыҙ һуң?

Мутлашыусылар ышаныслы эш итә, психологик баҫымды ла оҫта яһай...

Ниңә ышанабыҙ һуң?Ниңә ышанабыҙ һуң?
Ниңә ышанабыҙ һуң?

 Телефон аша алданған кешеләрҙең һанына ҡарап иҫ-аҡыл китерлек. Көн дә республикала ла, районда ла бындай хоҡуҡ боҙоуҙар теркәлеп кенә тора. Кешеләр үҙенең аҡсаһын ғына түгел, ә кредит юллап та, мутлашыусыларға ебәрә. Һөҙөмтәлә, кеше алмаған кредитын түләргә мәжбүр. Ә енәйәтселәрҙе тотоуы мөмкин дә түгел. Улар ер шарының әллә ҡайһы мөйөшөндә ултырыуы ихтимал.

Ниңә алданабыҙ һуң? Яуыз уйлы кешеләр ышаныслы итеп эш итә. Миңә лә тәү мәртәбә шундайҙар шылтыратып, әллә нәмәләр һөйләй башлағас, ышана яҙғайным. Сөнки улар банк хеҙмәткәре лә, полиция ла, тикшереү бүлеге лә булып шылтырата. Бындай саҡта иң мөһиме ҡаушамаҫҡа һәм телефонды һүндерергә. Ә күптәр хәҙер таныш булмаған номерҙы алмай һәм дөрөҫ эшләй ҙә.

Шулай уҡ алдап шылтыратыусылар кешенең психологияһын ныҡ яҡшы белә тип әйтер инем. Ниндәй һүҙҙәр менән ышандырырға кәрәк икәнлеген дә белә. Шуға күрә уларҙы бөтөнләй тыңламаҫҡа кәрәк. 

Паспорт, банк карточкалары мәғлүмәттәрен дә бер ҡасан да бер кемгә лә әйтмәгеҙ. Өлкәндәргә лә таныш булмаған номерҙы алмаҫҡа өйрәтеп ҡуйығыҙ. Сөнки уларҙы бик еңел ышандыралар. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас