Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
1 Ноябрь 2023, 11:58

Күҙ нурҙарын түгеп, ҡул оҫталығын һалып...

Махсус хәрби операция башланып, ир-егеттәребеҙ, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ Ватан һағына баҫҡас, уларҙы оҙатып ҡалғандар ҙа тынғылығын юғалтты. Беренсенән, һәр кемебеҙ яугирҙәребеҙҙең имен-һау әйләнеп ҡайтыуын түҙемһеҙлек менән көтә. Икенсенән, барыһы ла уларға хәленән килгән тиклем ярҙам итергә ынтыла. Ысынлап та, махсус хәрби операция шарттарындағы тормош халыҡты берҙәмләштерҙе һәм әүҙемләштерҙе. Баймаҡ районынан бер туҡтауһыҙ (шулай тип тулы ышаныс менән әйтергә була) китеп торған ярҙам өсөн яугирҙәребеҙ һәр саҡ оло рәхмәтен еткерә.

Күҙ нурҙарын түгеп, ҡул оҫталығын һалып...Күҙ нурҙарын түгеп, ҡул оҫталығын һалып...
Күҙ нурҙарын түгеп, ҡул оҫталығын һалып...

Ярат мәктәбенә юл алыуыбыҙ ҙа уларҙың ир-егеттәребеҙ тураһында күргән хәстәрлегенә бәйле ине. Мәктәп директоры Миләүшә Юлдашбаева маскировка сеткаларын үреү буйынса социаль селтәрҙәр аша оҫталыҡ дәресе күрһәтергә әҙерлеген белдергәйне. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Ярат, Ғүмәр, Йәр- мөхәмәт ауылдары халҡы яугирҙәре- беҙ өсөн бик кәрәкле әйберҙе Оборона министрлығының талаптарына ярашлы итеп әҙерләй ҙә башланы. Хәйер, барыһын да баштан башла- йыҡ. Шулай итеп, былар хаҡында Миләүшә Азамат ҡыҙы түбәндәгеләрҙе бәйән итте:

– Махсус хәрби операция ҡағылмаған бер ғаилә, бер кеше юҡтыр беҙҙең биләмәлә. Ил һағында йөрөгән бар яугирҙәр ҙә – беҙҙеке, улар яҡын һәм ҡәҙерле. Шуға күрә махсус хәрби операция башланыу менән ир-егеттәребеҙгә ярҙам ебәрә башланыҡ. Маскировка сеткаларын беҙ баштан уҡ плащевка материалынан әҙерләнек. Был бик ҡиммәткә төшә. Әммә яугирҙәребеҙгә сифатлы әйбер әҙерләү теләге менән яна инек. Шуны ла билдәләп үткем килә: Ярат, Ғүмәр, Йәрмө- хәмәт ауылдарының бар халҡы бик әүҙем ҡушылды был эшкә. Аҡса йыя- лар, килеп сетка үрәләр. Ситтә тороп ҡалған бер кеше юҡ. Сеткаларға әйләнеп ҡайтҡанда, был һорауҙы баштан уҡ ныҡлап өйрәнә башланым. Интернеттан башҡаларҙың нисек үреүен ҡарайым. Шул мәл беҙҙең мәктәпте тамамлаған, хәҙерге ваҡытта махсус хәрби операцияла булған егет шылтыратты һәм маскировка сеткалары кәрәк булыуын, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә кәрәклеген һораны. Тәүҙә һатып алайыҡмы икән, тип уйлап, интернетҡа иғлан бирҙем. Шул саҡ мине Межгорье ҡалаһында йәшәүсе Әлфиә Яуғастина тапты. Ул үҙе лә, иптәше Мәжит Яуғастин да – Йәрмөхәмәт ауылынан. Ул: “Һатып алғансы, үҙегеҙ әҙерләгән сеткалар күпкә яҡшыраҡ буласаҡ. Беҙ бер йылдан ашыу әҙерләйбеҙ. Үрергә үҙем өйрәтермен”, – тине. Халыҡтан йыйылған аҡсаға кәрәкле материалға заказ бирҙек. Бының менән республикала махсус ирекмәндәр штабы шөғөлләнә. Тотош Башҡортостандан заказ йыялар ҙа, ебәрәләр. Әлбиттә, оҙағыраҡ килә. Миҙгелгә ярашлы итеп төрлө төҫтәрҙәге маскировка сеткаларын әҙерләйбеҙ. Материал әҙер булғас, Әлфиә Яуғастина килеп төштө. Үҙенең станогы менән материалдарҙы ҡырҡып бирҙе. Оборона министрлығынан килгән схе- ма буйынса маскировка сеткаларын үрергә өйрәтте. Сөнки уның үҙ серҙә- ре бар. Артабан беҙ Йәрмөхәмәт һәм Ғүмәр ауылы халҡын өйрәттек. Стан- дарт буйынса, сифатлы, еңел, һыу һеңдермәгән сеткалар әҙерләйбеҙ. Барыһын да үҙебеҙҙең оҫтаханала эшләйбеҙ. Уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар ҙа, ауыл халҡы ла йәлеп ителгән. Кө- төп тормайҙар, кем буш, килә лә эш- ләй башлай. Сеткаларҙы ҡуйып үреү өсөн Әкрәм Ғәҙелшин материал бир- ҙе, ә Морат Ишбирҙин, Ҡадир Иш- ҡыуатов ҡулайламаларын эшләне. Ошо беҙ әҙерләгән сеткалар ныҡлығы ме- нән айырыла. Уларҙы сираттағы гума- нитар ылау менән оҙатасаҡбыҙ. Схе- маларҙы ятлап алып бөткәс, сеткалар- ҙы тиҙ эшләйбеҙ. Һәр ауылдашыбыҙ- ҙың ярҙам итергә тырышыуы ғорур- ландыра. Эшкә йөрөгән кеүек йүге- реп килеп етәләр. Һәр саҡ өйөнән сығып китә алмағандары: “Өйгә алып ҡайтып эшләһәм яраймы?” – тип тә һорайҙар. Бик рәхмәтлемен ауылдаш- тарға, ғүмәрҙәргә, йәрмөхәмәттәргә. Улар берҙәмлеген һәм дәррәүлеген көн дә күрһәтә. Беҙ яугирҙәргә башҡа төрлө ярҙам да күрһәтәбеҙ. Транспорттарына зап- частәр өсөн аҡса бүлдек. Ҡаҡ, бишбар- маҡ әҙерләйбеҙ, ҡорот киптерәбеҙ. Ә яу гирҙәребеҙ гә бағышланған мах- сус альбом, стен- дҡа ҡарап уҡыу- сыларыбыҙ бик ғорурлана. Ҡар- таталары Бөйөк Ватан һуғышы ва- ҡытында Украи- наны азат иткән, хәҙер ейәндәре махсус хәрби опе- рацияла йөрөгән батырҙарыбыҙ ҙа бар. Улар тура- һында ла бай мәғ- лүмәт туплаған- быҙ. Яугирҙәребеҙ араһында төрлө наградаларға ла- йыҡ булғандар күп. Ауыл биләмә- һе башлығы Аль- бина Булат ҡыҙы Байымованың яр- ҙамы менән “Аныҡ эштәр” проектын- да ла ҡатнаштыҡ. Уның буйынса өс тренажер, саңғы- лар, туптар, һи- кергестәр һәм башҡа спорт кәрәк-яраҡтары алын- ды. Мәктәптә бер бүлмә эшләгәнбеҙ. Кис һайын ошонда тренажерҙарҙа шөғөлләнергә киләләр. Эйе, Ярат мәктәбендә тормош гөрләй. Улар район һәм республика кимәлендәге төрлө конкурстарҙа ла ҡатнашып өлгөрә, алдарына ҙур маҡ- саттар ҡуйып йәшәй. Әммә төп мәсьә- ләләрҙең береһе итеп махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә ярҙам ҡуйыл- ған. Маскировка сеткаһы үреүме ул, тәмлекәстәр әҙерләүме, әллә йылы- йылы хаттар яҙыумы – барыһы ла ир- егеттәребеҙҙең йөрәгенә үтеп инә һәм уларға көс бирә. Уҡытыусылар коллективы менән ос- рашыу барышында ла һүҙ батыр һәм сая яугирҙәребеҙ тураһында барҙы. Шуны ла билдәләп үтке килә, Ярат мәк- тәбе коллективы “Һаҡмар” гәзитенә яҙылыу буйынса ла һәр саҡ алдынғы рәттә. Был да мәктәптең төрлө яҡлап үҫе- шенә ҙур иғтибар бирелеүен дәлилләй. Оборона министрлығының схемала- ры буйынса яугирҙәребеҙҙе ҡурсалар көскә эйә булған маскировка сеткала- рын әҙерләгән Ярат ауылы биләмәһе халҡына, был изге эштең башланғысы булған Миләүшә Азамат ҡыҙына оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерге килә. Берҙәм ярҙам һәм изге доғаларыбыҙ менән яугирҙәребеҙ яныбыҙға имен-һау әйләнеп ҡайтһын!

Гүзәл Иҫәнгилдина. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас