Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
1 Ноябрь 2023, 11:30

“Баймаҡ районы –республика терәге”

Рәил Әбдрәхимов тантанала шулай тип белдерҙе

“Баймаҡ районы –республика терәге”“Баймаҡ районы –республика терәге”
“Баймаҡ районы –республика терәге”

Үткән аҙнала районда Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы йыйылыш булды. Төбәк аграрийҙарын һөнәри байрамдары менән тәбрикләргә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары Рәил Әбдрәхимов, район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев, “СИТНО” ЯСЙ-һының он етештереү һәм иген производстволары департаменты директоры Павел Егоров, ошо йәмғиәттең Сибай элеваторы директоры Павел Авдонин килгәйне.

– Баймаҡ районы Башҡортостандың аҙыҡ- түлек именлеген тәьмин итеүгә элек-электән тос өлөш индерә, ысын мәғәнәһендә рес- публикабыҙ агросәнәғәтенең терәге булып тора, – тине үҙенең ҡотлау сығы- шында Рәил Рамазан улы.

– Үҙем ошо өлкәлә эшләгән кеше булараҡ, миңә төбәктең ҡаҙаныштары, хеҙмәт һөйөүсән халҡы күңелемә бик яҡын һәм мин һеҙгә оло рәхмәтемде еткерәм.

Баймаҡ районының ауыл хужалығы өлкәһендәге ҡаҙаныштары элек-электән бар республикаға билдәле һәм быны төбәк аграрийҙары бөгөн дә үҙҙәре- нең фиҙаҡәр эше, мул уңышы, хеҙмәт еңеүҙәре менән иҫбатлай. Байрам мөбәрәк булһын!

Һуңынан Р.Әбдрәхимов иң-иңдәргә дәүләт наградаларын тапшырҙы. Намыҫлы хеҙмәте, әүҙем гражданлыҡ по- зицияһы, махсус хәрби операция зона- һында хеҙмәт итеүсе яҡташтарыбыҙға даими ярҙамы өсөн “Николай һәм уның компанияһы” ширҡәте рәйесе Сергей Тарасов БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың иҫтәлекле билдәһе менән бүләкләнде. Оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте, Баймаҡ районының социаль- иҡтисади үҫешенә тос өлөш индергәне өсөн крәҫтиән-фермер хужалығы баш- лығы Рәмил Байрамғоловҡа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Почет грамотаһы тапшырылды. Ауыл хужалығы про- изводствоһында өлгәшкән уңыштары һәм агросәнәғәт комплексын үҫтереүгә индергән ҙур өлөшө өсөн “Салауат” ЯСЙ-һы механизаторы Флүр Әминев, район хакимиәтенең ауыл хужа- лығы бүлеге начальнигы Айнур Вәлишин, “И.Ғ. Байе- гетов” КФХ-һы һауынсыһы Екатерина Блидина, “Дилә” ЯСЙ-һы директоры Илдар Ғөбәйҙуллин, “Ю.У. Тимербулатов” КФХ-һы һауынсыһы Нурсилә Ишмөхәмәтова, “А.Ш. Юнысбаев” КФХ-һы һауынсыһы Лиза Мөхә- мәтрәхимова, “Экопродукт” ЯСЙ-һы аппаратсыһы Люд- мила Попова, фермерҙар Әлифә Ҡолмөхәмәтова, Бай- рас Ҡотлоғәлләмов, Айҙар Мырҙаҡаев БР Ауыл ху- жалығы министрлығының Почет грамотаһына лайыҡ булды. “Башҡорт аты” халыҡ- ара фестивален ойошто- роуҙа һәм үткәреүҙә әүҙем ҡатнашҡандары өсөн ауыл хужалығы бүлеге водителе Фәнил Вәлиев, баш инже- неры Рәмил Байымов, баш белгесе Айнур Сағынбаев, “Баймаҡ” мәғлүмәт-консуль- тация үҙәгенең белгес-экс- перты Айһылыу Рәхимова- ға БР Ауыл хужалығы ми- нистрлығының Рәхмәт хаты бирелде. Урал аръяғы агро- сәнәғәт колледжы инструк- торы Фәнил Әхмәров ауыл хужалығы өлкәһе өсөн бел- гестәр әҙерләүгә тос өлөш индергәне өсөн БР Ауыл хужалығы министрлығының Рәхмәт хаты менән бүләк- ләнде. Үҙенең тәбрикләү сығы- шында район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев тө- бәктең агросәнәғәт комплек- сының ағымдағы хужалыҡ йылына йомғаҡ яһаны, агра- рийҙарға, ветерандарға иң изге теләктәрен еткерҙе. Урып-йыйыу эштәре, мал аҙығы әҙерләү, орлоҡ һа- лыу һәм ер эшкәртеү бу- йынса район хеҙмәт яры- шында “Айрат Шәрәфет- динов” КФХ-һы еңеү яула- ны. “Гөлнара Байрамғоло- ва” КФХ-һы менән “Елена Юлғотлина” КФХ-лары – икенсе, “Николай һәм уның компанияһы” ширҡәте, “Лю- бовь Мичунова”, “Наил Әлибаев” КФХ-лары өсөн- сө урындарҙы алды. Уларға район етәксеһе Диплом- дар тапшырҙы. Юғары уңыш үҫтереп алғандары өсөн башҡа фермерҙар ҙа тәб- рикләнде. Данлыҡлы агроном Юрий Моряков исемендәге мах- сус приз “Әлифә Ҡолмө- хәмәтова” КФХ-һы агро- номы Хәлим Ҡолмөхәмә- товҡа, Социалистик Хеҙ- мәт Геройы Риза Яхин исе- мендәге приз ”Гөлнара Бай- рамғолова” КФХ-һы ком- байнсыһы Альберт Туйка- новҡа бирелде. Артабан аграрийҙарҙы район хакимиәте башлы- ғының ауыл хужалығы бу- йынса беренсе урынбаҫары Азат Шәрипов тәбрикләне, район хакимиәтенең Рәх- мәт хаттарын тапшырҙы. “Һөнәре буйынса иң яҡ- шыһы” исеменә лайыҡ бул- ғандарҙың сәхнәгә күтә- релеүе тантананың иң күр- кәм өлөшө булғандыр. Юғары һөнәри оҫта- лыҡтары, хеҙмәттә уңыш- тарға өлгәшкәндәре өсөн Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы директоры Илдус Зәйнуллин, фермер Илгиз Байегетов һәм “Виктор Землянский” КФХ-һы механигы Александр Землянский БР Дәүләт техник күҙәтеү ин- спекцияһының Рәхмәт хаты- на һәм ҡиммәтле бүләгенә лайыҡ булды.

Тантаналы сара район халыҡ ижады үҙәге артистарының концерт номерҙары менән үрелеп барҙы.

Азамат МӨХӘМӘТШИН.  

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас