Новости
31 Октябрь 2023, 06:21

"Ярҙам поезы" эшләй

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре өсөн берҙәм консультация көнө үткәрелә

3 ноябрҙә Сибайҙа МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре, яуҙа һәләк булғандарҙың ғаиләләре өсөн берҙәм консультация көнө үткәрелә.

"Ярҙам поезы" тип аталған был сараның маҡсаты - район һәм ҡалалар халҡына консультация ярҙамы күрһәтеү.Был көндө юристар, нотариустар, банк хеҙмәткәрҙәре кәңәштәрен бирәсәк, шулай уҡ медицина һәм психологик ярҙам күрһәтеләсәк.Бындай тәүге консультациялар 20 октябрҙә Күмертау ҡалаһында үтте лә инде.

Консультациялар сәғәт 11-ҙә башлана.

Үткәреү урыны: Сибай ҡалаһы, Ленин урамы, 40 (4-се лицей бинаһы).

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас