Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
27 Октябрь 2023, 17:38

Рәшит Дәүләтшинға - райондың иң юғары наградаһы!

Арҙаҡлы яҡташыбыҙҙы район башлығы тәбрикләне

Рәшит Дәүләтшинға - райондың иң юғары наградаһы!Рәшит Дәүләтшинға - райондың иң юғары наградаһы!
Рәшит Дәүләтшинға - райондың иң юғары наградаһы!

Арҙаҡлы яҡташыбыҙ, республика кимәлендә танылған ғалим, медицина фәндәре докторы, профессор Рәшит Дәүләтшинды белмәгән кеше һирәктер.Бәрәкәтле төбәктә - ғалимдар һәм арҙаҡлы шәхестәр сыҡҡан Ҡолсора ауылында тыуып үҫкән Рәшит Әхмәт улы бар ғүмерен һаулыҡ һаҡлау өлкәһен үҫтереүгә арнай, ҙур ҡаҙаныштарға ирешә.

Тиҙҙән арҙаҡлы шәхесебеҙ үҙенең олпат юбилейын да билдәләйәсәк.Өфөлә үткән яҡташтар осрашыуында район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев Рәшит Дәүләтшинға "Баймаҡҡа фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн" маҡтаулы билдәһен тапшырҙы.Бындай юғары баһаға танылған ғалим һәм врач һаулыҡ һаҡлау өлкәһен үҫтереүгә тос өлөш индергәне, оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне өсөн лайыҡ булды.

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас