+21 °С
Болотло


Район аграрийҙарын тантанала Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың аграр мәсьәләләр буйынса комитет рәйесе урынбаҫары Рәил Әбдрәхимов, район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев, уның ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары Азат Шәрипов тәбрикләне, республика һәм район наградаларын тапшырҙы.
Рәил Әбдрәхимов райондың республиканың агросәнәғәт комплексын үҫтереүгә индергән өлөшөн юғары баһаланы, Башҡортостан Башлығының, Хөкүмәтенең, Ҡоролтайҙың ихлас ҡотлауҙарын еткерҙе.
Фәнис Әминев урып-йыйыу эштәре йомғаҡтары буйынса иң яҡшыларҙы тәбрикләне.
Район халыҡ ижады үҙәге артистары бай йөкмәткеле концерты менән һөйөндөрҙө.