

Юл хәүефһеҙлеге, кешеләрҙе аварияларҙан һаҡлау – республикала көннүҙәк мәсьәлә булып ҡала. Ошоға ярашлы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса сираттағы ведомство-ара комиссия ултырышын үткәрҙе. Уның эшенә район башлығы Фәнис Әминев һәм ошо йүнәлештә эшләгән ҡала етәкселәре онлайн форматта ҡушылды.
Башҡортостан Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ бүлеге етәксеһе Владимир Севастьянов әйтеүенсә, 2023 йылдың туғыҙ айында юл-транспорт ваҡиғаларында һәләк булыусылар һаны 8,7 процентҡа, ә зыян күреүселәр һаны уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 0,1 процентҡа кәмегән. Был осорҙа юлдарҙа барлығы 2,6 мең авария теркәлгән, уларҙа 272 кеше һәләк булған, 3110 кеше яраланған. Юл-транспорт ваҡиғаларының төп сәбәптәре булып транспорт сараларының төкөшөүе һәм йәйәүлеләргә бәрелеү тора.
Артабан район башлығы Фәнис Әминев район-ҡаланың хәүефһеҙлеге буйынса һөйләшеүҙе урындағы етәкселәр мепнәнн дауам итте. Баймаҡ ЮХХДИ-һы начальнигы Эдуард Байморатов әйтеүенсә, быйыл 9 ай эсендә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн 4749 административ протокол төҙөлгән. Был уҙған йылға ҡарағанда әҙерәк. Шул уҡ ваҡытта балиғ булмағандарҙың руль артына улытырыуын сикләү өсөн маҡсатлы эш алып барылған. “Йәйәүлеләрҙең дә юл ҡағиҙәләрен күҙәтмәүе борсоуға һала. Хәҙер көндәр һыуый, юлдарҙы боҙлауыҡ баҫа. Бындай мәлдә ҡапыл юлға йүгереп сыҡҡан йәки тыйылған урындан урамды үтергә маташыусылар ҙур хәүеф тыуҙыра. Йәйәүлеләрҙең өҫ кейемендә мотлаҡ яҡтыртҡыстарр булырға тейеш. Сөнки улар күренмәй. Бынан тыш бер мәртәбә руль артында иҫерек килеш тотолоп та, унан тағы ошо ҡурҡыныс аҙымын ҡабатлаусыларҙың булыуы борсолдора. Профилактик эштәр алып барыу үҙ һөҙөмтәһен бирә, әлбиттә. Шул уҡ ваҡытта беҙҙә хеҙмәткәрҙәр етмәүе лә эште ауырлаштыра. Әммә беҙ барыбер район-ҡаланың юлдары хәүефһеҙ булһын өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ”,-тине Эдуард Рәйес улы.
Район башлығы юлдарҙа йөрөгән берәҙәк мал һәм юлдарҙың торошо буйынса ныҡлы эш алып барырға ҡушты. “Мал эйәләре закон алданда яуап бирмәү өсөн йылҡыһына чиптар ҡуймаҫа маташа. Әммә беҙ был проблеманы барыбер хәл итергә тейешбеҙ. Әгәр улар арҡаһында кеше һаулығын, транспортын юғалта, матди зыян күрә икән, ғәйеплеләр мотлаҡ яуап бирергә тейеш. Юлдың торошон да юлсылар даими контролдә тоторға тейеш. Шул саҡта ғына беҙ кешеләрҙе бәлә-ҡазанан һаҡлай алырбыҙ”,-тине Фәнис Ғәбдрәшит улы.
Артабан район етәксеһе тиҙ арала ҡарап сығырға тейешле юл участкаларын билдәләне. “ЮХХДИ хеҙмәте тарафынан үткәрелгән даими рейдтар, профилактик эштәр һәм беҙҙең маҡсатҡа алынған эштәрҙең ваҡытында башҡарылыуы юлдарҙа булған бәлә-ҡазалар һанын кәметер, тип ышанғы килә. Ҡышҡы осорға аяҡ баҫабыҙ. Был мәлдә бигерәк тә уяу булырға кәрәк”,-тине Фәнис Ғәбдрәшит улы.
Гүзәл Салихова.