Новости
25 Октябрь 2023, 06:45

Ҡыш яҡынлашамы?

Ямғыр ҙа, ҡар ҙа көтөлә...

Ҡыш яҡынлашамы?Ҡыш яҡынлашамы?
Ҡыш яҡынлашамы?

Синоптиктар фаразлауынса, шаршамбы, 25 октябрҙә, бер аҙ ҡар яуыуы, ҡайһы бер райондарҙа тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы көтөлә, юлдарҙа боҙлауыҡ. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы 0, -5°, көнсығышта  +5°.

Кесаҙна, 26 октябрҙә, урыны менән бер аҙ ҡар яуа. Ел төньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын. Төндә -2, -7°, аяҙытҡанда -12°, көндөҙ 0, -5° була.

Йома, 27 октябрҙә, урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Ел төньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -2, -7°, аяҙытҡанда -12°, көндөҙ 0, -5°.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас