Сибай элеваторы – “Ситно” ЯСЙ-һында министр яңы ашлыҡты ҡабул итеү мәсьәләләре менән яҡындан ҡыҙыҡһынды. Предприятие директоры Павел Журавский оҙатыуында БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары производство объекттарында булып, уның ҡеүәте менән танышты, проблемалар тураһында һорашты. Әйтергә кәрәк, бөгөн шытҡан игенде тапшырыу проблемаһы күп фермерҙарҙы борсой һәм был тәңгәлдә улар дәүләт ярҙамына өмөт итә.
Һөйләшеүҙә ҡатнашҡан фермер хужалыҡтары етәкселәре тап ошо мәсьәләне күтәрҙе. Илшат Фәзрахманов артабан райондың Йылайыр зонаһы хужалыҡтарында урып-йыйыу эштәре менән танышты. Атап әйткәндә, тәжрибәле фермер Айрат Шәрәфетдинов һәм район етәкселәре (һүрәттә) менән һөйләшеү барышында аграрийҙарға элеваторға иген тапшырыу мәсьәләһендә ярҙам күрһәтеү көн үҙәгенә сығарылды. Был тәңгәлдә 2022 йылда һатып алынған техника һәм минераль ашламалар өсөн субсидияны биреүҙе тиҙләтеү мәсьәләһен күтәрҙе фермерҙар. Атап үтелгән проблеманы Премьер-министр урынбаҫары Хөкүмәт кимәленә сығарырға һәм ыңғай хәл итергә вәғәҙә бирҙе.
Илшат Илдус улы Ҡытай, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре һәм башҡа сит илдәрҙең тауыҡ итенә булған ҙур ихтыяжын күҙ уңында тотоп, Башҡортостанда ошо өлкәне үҫтереү буйынса яңы программа булдырыласағы тураһында белдерҙе. Министрҙың билдәләүенсә, республикала буш торған элекке малсылыҡ базаларында заманса тауыҡ үрсетеү фермалары булдырыу мөһим һәм фермер хужалыҡтарында үҫтерелгән ашлыҡты тап ошонда йүнәлтергә мөмкин. Был тәңгәлдә ике яҡ та отасаҡ. Сөнки ҡош киҙеүе арҡаһында күп кенә ҡошсолоҡ фабрикалары ҙур зыян күрә һәм Рәсәйҙә лә, сит илдәрҙә лә иткә һорау ҙур. Әгәр ҙә беҙҙә тауыҡ итенең түшкәһе 500 һум тирәһе торһа, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә уны 1100 һумға һатып алалар. Беҙгә тап ошо мөмкинлекте файҙаланып ҡалырға кәрәк. Әлбиттә, бының өсөн буш торған фермаларҙы тейешле талаптарға ярашлы итеп төҙөкләндерергә һәм йыһазландырырға кәрәк буласаҡ. Республика Хөкүмәте ҡошсолоҡ тармағы менән шөғөлләнеүселәргә субсидия ла бүләсәк. Атап үтелгән программа сиктәрендә Башҡортостан 100 ҡошсолоҡ КФХ-һы булдырырға ниәтләй.
“Һауа шарттары арҡаһында Баймаҡ районында урып-йыйыу эштәре һуңлап башланды, – тине Илшат Фәзрахманов. – Шуға ҡарамаҫтан, бында бөтә майҙандарҙың өстән ике өлөшөндә уңыш йыйып алынған, гектар ҡеүәте лә ҡыуандыра – 21 центнерҙан ашыу”.
Министрҙы район буйлап хакимиәт башлығы Фәнис Әминев һәм уның ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары Азат Шәрипов оҙатып йөрөнө.
Азамат Мөхәмәтшин.