

- Беҙҙең егеттәр нисек икән?
- Ҡыш етеп килә. Өшөмәһендәр өсөн нимә кәрәк икән?
- Бер нисәүһе ошо арала ялға ҡайтырға тейеш...
Беҙҙең хәҙерге көндәлек тормошобоҙ, хатта һәр мәлебеҙ махсус хәрби операцияла йөрөгән яугирҙәребеҙгә тығыҙ бәйләнгән. Беҙ көн дә уларҙың имен-һау ҡайтыуҙарын теләйбеҙ, доғалар ҡылабыҙ. Шул уҡ ваҡытта уларға ярҙам итеү ҙә юғары кимәлгә ҡуйылған. Етәкселек кенә түгел, ә кескәйҙәрҙән алып оло йәштәгеләргә тиклем - һәр береһе яугирҙәргә ярҙам итә.
Әле бөгөн Ишбирҙе ауылынан һөйөнөслө һәм тулҡынландырғыс хәбәр килде. Нурбулат Халиҡов ауылдаштары менән бергә-бергә үҙенең УАЗ машинаһын тәртипкә килтереп, ҡарап, был транспортты яугирҙәргә ебәреүгә әҙерләне. "Машина ныҡ һәм шәп. Ул мотлаҡ беҙҙең егеттәребеҙгә ярҙам итер", тине ул.
Ишбирҙеләр махсус хәрби операцияла йөрөгән егеттәренә күстәнәстәр әҙерләне. Барыһын да УАЗ машинаһына һалып, Камил Маликов урынына еткереп ҡуйырға булды.
Афарин, ишбирҙеләр!