Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
23 Октябрь 2023, 11:11

Яугүл күленең бөгөнгө хәле борсой

– Һуңғы йылдарҙа Күлтабан ауылы эргәһендәге Яугүл күленең яҙмышы борсой, ул бысраҡ йыйылыуҙан һаҫыҡ быуаға әйләнеп бара. Уны кем таҙартырға тейеш?  

– Һуңғы йылдарҙа Күлтабан ауылы эргәһендәге Яугүл күленең яҙмышы борсой, ул бысраҡ йыйылыуҙан һаҫыҡ быуаға әйләнеп бара. Уны кем таҙартырға тейеш?

– Һуңғы йылдарҙа яуым-төшөмдөң кәмеүе, һыу аҫты һыуҙарының кимәле түбән төшөүе, күп кенә шишмәләрҙең ҡороуы күҙәтелде, – тине был һорауға район хакимиәте башлығы урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Ғәфүр Исхаҡов, – был, әлбиттә, йылғаларҙың торошона ла кире йоғонто яһамай ҡалманы. Күлтабан (Яугүл) күленең торошон комиссион тикшереү маҡсатында августа БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына һәм Кама бассейн һыу идаралығына хат ебәрелде. Министрлыҡҡа тейешле документтар биреләсәк. Һыу объекттарының ярҙары һәм күл-йылғаларҙың төбөнөң торошо өс йыл дауамында тикшерелә. шунан һуң инде комиссия тейешле эштәр атҡарыу маҡ- сатҡа ярашлымы-юҡмы икәнлеген асыҡ- лап, кәрәк булған осраҡта финанс ярҙа- мы бүлеү өсөн Һыу ресурстары буйынса федераль агентлыҡҡа мөрәжәғәт итәсәк.

“Әсәлек даны” миҙалы кемдәргә бирелә? 

– Районда нисә күп балалы ғаилә бар икән? “Әсәлек даны” миҙалы кемдәргә бирелә? Уның льготалары бармы?

– “Әсәлек даны” миҙалы 5 һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән әсәләргә бирелә, – тип хәбәр итте БР Ғаилә һәм хеҙмәт министрлығы белгесе Альбина Раянова. – Был награда үҙенең ата- әсәлек бурысын намыҫлы үтәгән кеше- ләргә генә бирелә. Баймаҡ районы буйынса ошоғаса был миҙал менән 464 әсә бүләкләнде. Биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән 1800 ғаилә бар. Ә инде бындай ғаиләләргә ниндәй ярҙам бүленәсәге тураһында район хаки- миәтенә 3-14-14 телефоны буйынса шылтыратып белә алаһығыҙ.

Берәҙәк мал – йәмһеҙ күренеш

– Баймаҡта бер ҡасан да мал көтөүҙе тейешенсә ойоштора алмаҫтар, моғайын. Аҙып-туҙып йөрөгән мал ҡайҙа ғына юҡ?! Һыйырҙар бар йәшеллекте юҡҡа сығара, көнө-төнө ҡала урамдары буйлап ҡыҙыра. Был тәңгәлдә ҡасан тәр- тип булыр икән?

– Газондарҙы һәм ағастарҙы мал тапауҙан һаҡлау өсөн коммуналь пред- приятие хеҙмәткәрҙәре ҡала буйлап патруллек ойоштора, – тип яуап бирҙе Баймаҡ ҡала хакимиәте башлығы Рад- мир Иҫәнбаев. – Йәмәғәт биләмәлә- рендә йөрөгән мал ябыла, уларҙың хужаларына акт һәм протоколдар тө- ҙөлә, һуңынан административ комис- сия ултырышына саҡырыла. Бындай факттар булған осраҡта һәр кем ра- йон хакимиәтенә 2-27-19 телефоны буйынса шылтырата ала. шулай уҡ фо- тоға төшөрөп, admkombmk&yandex.ru электрон почтаһына ла ебәрергә лә була.

А. САЛАУАТОВ әҙерләне.

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас