Новости
23 Октябрь 2023, 06:20

Һорағыҙ - яуап бирәбеҙ

Контракт буйынса хәрби хеҙмәт үтеү өсөн ниндәй талаптарға яуап бирергә кәрәк?..

Һорағыҙ - яуап бирәбеҙҺорағыҙ - яуап бирәбеҙ
Һорағыҙ - яуап бирәбеҙ

Контракт буйынса хәрби хеҙмәт үтеү өсөн ниндәй талаптарға яуап бирергә кәрәк?

Йәш буйынса:
- 18-60 йәш (айырым бер хәрби-иҫәп специальносы, ғәскәри часть командиры менән килешеү буйынса - 65 йәшкә тиклем)
- сит ил граждандары өсөн - 18 йәштән алып

Һаулыҡ буйынса категориялар:
«А» - хәрби хеҙмәткә яраҡлы
«Б» - бер аҙ сикләүҙәр менән яраҡлы
«В» - яраҡлы, сикләүҙәр бар (иҫәпкә алыу урыны буйынса ҡабаттан тикшерелергә кәрәк)

Физик әҙерлек:
- көс, тиҙлек һәм сыҙамлыҡ буйынса өс күнегеүҙә минималь талаптарҙы үтәү

Хөкөмгә тарттырылыу контракт буйынса хеҙмәт итеү өсөн ҡаршылыҡ булып тормай (Эске эштәр министрлығынан документ һоратып алғандан һуң һәр ғариза буйынса айырым ҡарар ҡабул ителә)

Контракт төҙөргә теләүселәр:
- иҫәптә торған урын буйынса хәрби комиссариатҡа (комиссариаттарҙың исемлеге һылтанмала бирелә: https://clck.ru/33qV9P);
- хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пунктына мөрәжәғәт итә ала: Өфө ҡалаһы, Революция урамы, 156 , тел.: 8 (347) 248-29-31, 248-18-63
- Рәсәй Оборона министрлығының рәсми сайтындағы шәхси кабинет lkg.mil.ru
- Дәүләт хеҙмәттәре порталындағы «Ирекмән булып йәки контракт буйынса хеҙмәт итеү» электрон сервисы https://clck.ru/33X5Vp аша ғариза ҡалдыра ала.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас