Made in Russia стенды сиктәрендә нефть химияһы һәм нефть эшкәртеү продукцияһының сифатын контролдә тотоу өсөн автомат аппараттар етештереү һәм эшләү менән шөғөлләнгән “Нефтехимавтоматика” Башҡортостан махсус конструкторҙар бюроһы “Рәсәйҙә эшләнгән” халыҡ-ара экспорт форумында үҙебеҙҙә етештерелгән лаборатория ҡорамалдары, атап әйткәндә, нефть продукттары, битум, яғыулыҡ һәм геотекстиль сифатты контролдә тотоуҙың автомат аппараттары менән таныштыра. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһының тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева хәбәр итте.
- Башҡортостан Республикаһының Экспортҡа ярҙам үҙәге менән хеҙмәттәшлек барышында беҙ предприятиеларыбыҙға финанс һәм финанс булмаған ярҙам күрһәтәбеҙ. “Нефтехимавтоматика” компанияһы 2019 йылдан алып хеҙмәттәрҙе файҙаланып килә, – тине Маргарита Болычева.
Ведомство етәксеһе предприятиеға түбәндәге хеҙмәттәр күрһәтелеүен өҫтәне: акселерация программаларында ҡатнашыуҙы тәьмин итеү, оҫталыҡ дәрестәре, экспорт семинарҙары, вебинарҙар һәм башҡа мәғлүмәт-консультация саралары үткәреү, сит илдәрҙә партнерҙар эҙләү, халыҡ-ара электрон сауҙа майҙансыҡтарында урынлаштырыу Alibaba.com, IndustryStock.com һәм TurkishExporter.NET, презентация һәм башҡа материалдарҙы сит телдәргә тәржемә итеү, сит илдәрҙә ойошторолған күргәҙмә-йәрминкә сараларында ҡатнашыуҙы ойоштороу, был артабан “Нефтехимавтоматика” йәмғиәтенә үҙенең продукцияһын Германияла, Үзбәкстанда, Беларуста, Төркиәлә һәм Берләшкән Короллектә һатырға мөмкинлек бирә.
Шулай уҡ “Рәсәйҙә эшләнгән” форумы барышында Башҡортостан делегацияһы Бөтә Рәсәй “Йыл экспортеры” конкурсы еңеүселәрен һәм призерҙарын бүләкләү тантанаһында ҡатнашты.
Белешмә:
Экспортҡа ярҙам үҙәге бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәре өсөн 24 төр хеҙмәт күрһәтә. 2023 йылдың туғыҙ айында Экспортҡа ярҙам үҙәге 1787 хеҙмәт күрһәткән, улар араһында 392-һе республика Экспортҡа ярҙам үҙәге төркөмө хеҙмәттәренә тура килә. Бөтәһе 674 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына ярҙам күрһәтелгән.
Рәсәйҙә эшләнгән халыҡ-ара иҡтисади форум, ул илебеҙҙең экспортҡа эшләгән компаниялары өсөн практик ҡарарҙар ҡабул итеүгә һәм уларҙың халыҡ-ара баҙарҙа көнәркәшлек һәләтен арттырыуға йүнәлтелгән. Йыл һайын сарала бәләкәй, урта һәм ҙур бизнес вәкилдәре, сит ил делегациялары, эксперт берләшмәләре, эшлекле берләшмәләр һәм үҫеш институттары ҡатнаша.
2022 йылда иҡтисади форумға 5000-дән ашыу ҡатнашыусы килгән һәм бер миллиондан ашыу кеше сараны онлайн күҙәткән. Форум сиктәрендә 300-ҙән ашыу осрашыу һәм 40 эшлекле программа сессияһы үткән, 78-ҙән ашыу сит ил делегацияһы ҡатнашҡан.
Был саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары буйынса ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) ғәмәләгә ашырыуға этәргес көс булып тора.