

Кисәге кис һәм төн Урал аръяғы юлдарында булғандар өсөн яҡынлашып килгән ҡыш үҙенең һынауын ебәрҙе. Йыл һайын машинаның тәгәрмәстәрен алмаштырырға бер көн етмәй ҡала ниңәлер. Шуға күрә юлдағылар туҡтап ҡалды. Йәйге резина менән артабан барыуы мөмкин түгел ине. Кемдер ҡышҡы резинаһын машинаһына һалып алған булып сыҡты. Улар йәһәтләп тәгәрмәстәрен алмаштырҙы. Шулай ҙа күпселек ҡарҙың иреүен көтөп туҡтап ҡалды. Был дөрөҫ аҙым ине. Сөнки тайғаҡ юлдан йәйге резина менән барыуы барыуы үтә хәүефле ине.
Республиканың баш дәүләт инспекторы Владимир Севастьянов белдереүенсә, юлдарҙа рейдтар дауам итә. Юл инспекторҙары туҡтап ҡалған водителдәргә ярҙамға ашыға. Шулай ҙа һәр руль артындағына ярҙам итеп бөтөрлөк түгел бит. Әгәр машинағыҙҙың тәгәрмәстәре алмаштырылмаған икән, оҙон юлға сыҡмағыҙ. Көн боҙолоуын күрәһегеҙ икән, туҡтатылып тороғоҙ. Шулай уҡ шик тыуҙырған таксиға ултырмағыҙ, балаларығыҙҙы ла ултыртып ебәрмәгеҙ.
Водителдәргә тиҙлек режимын күҙәтеү мөһим. йәйәүлелргә мотлаҡ кейеменә яҡтыртҡыс ҡуйырпға кәрәк. Ҡараңғыла һеҙ янығыҙға барып еткәнсе күренмәйһегеҙ! Һауүсәләмәт булайыҡ, хәйерле юлдар барыбыҙға ла!
Киләһе көндәрҙә һауа температураһының түбән төшөүе, юлдарҙа көслө боҙлауыҡ көтөлә. Һаҡ булығыҙ, зинһар!