Новости
18 Октябрь 2023, 05:45

Бәләкәстәр белергә тейеш

Эйе, беҙ ауыл ерендә йәки ҡала ерендә йәшәйбеҙме ул, бөтә ерҙә лә бер үк юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен белер кәрәк. Балаларҙы юл хәрәкәте ҡағиҙәләре менән таныштырыу ул ата-әсәнең бурысы булып тора. Сөнки баланың һаулығы һәм ғүмере  юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен нисек үҙләштереүенән дә тора...

Юл йөрөү ҡағиҙәләрен машина йөрөтөүселәр генә түгел, йәйәүлеләр ҙә яҡшы белергә тейеш, сөнки йыш ҡына улар ғәйебе менән юлдарҙа төрлө фажиғәләр була. Уларҙа күбеһенсә балалар үлә, имгәнә, ғәрип ҡала. Был – бик ҡыҙғаныс, ауыр хәл. Балаларҙың һаулығы һәм ғүмере беҙҙең – ололарҙың бурысы икәнен онотмайыҡ. Шуға күрә беҙгә, юл билдәләрен хәтерҙә ҡалдырырға, юл ҡағиҙәләрен үтәргә кәрәк. Балаларҙың юл ҡағиҙәләрен дөрөҫ үтәүе ул – балалар хәүефһеҙлегенең бер юлы.

Эйе, беҙ ауыл ерендә йәки ҡала ерендә йәшәйбеҙме ул, бөтә ерҙә лә бер үк юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен белер кәрәк. Балаларҙы юл хәрәкәте ҡағиҙәләре менән таныштырыу ул ата-әсәнең бурысы булып тора. Сөнки баланың һаулығы һәм ғүмере  юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен нисек үҙләштереүенән дә тора.

Балалар баҡсаһында ла юл хәрәкәте ҡағиҙәләре менән таныштырыу мөһим урындарҙа тора һәм ул хәүефһеҙ бала-саҡты булдыра ла. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләре менән таныштырыу балалар баҡсаһынан башлана һәм был тема ҡабатланып, балаларҙың иҫтәренә яңынан-яңы төшөрөлөп торола. Юлда һаҡ булыр кәрәк! Беҙ тиҙлек заманында йәшәйбеҙ. Шуға күрә юл ҡағиҙәләрен белергә кәрәк. Юлды тейешле урында сыҡ. Иң тәүҙә һулға, унан уңға ҡара. Машина юҡлығына ышанғас ҡына, юл аша сығырға мөмкин. Машинаға ултырғас ҡайышыңды атай, әсәй эләктерергә онотмаһын, яҡтылыҡты сағылдырыусы ленталар ҙа бик кәрәк. Сөнки бала баҡсаға килгәндә ата-әсәһе менән атлап, йә машинаға ултырып килә. Ул ололарға ҡарап һәм үҙенең белеменә таянып юлда нисек хәрәкәт итергә өйрәнә һәм иҫендә ҡалдыра. Был эште ҡабатлап та торор кәрәк.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас