Новости
17 Октябрь 2023, 06:50

Коронавирус - "ҡайтамы?"

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус инфекцияһының таралыу графигына иғтибар итте. Айрат Рәхмәтуллин һүҙҙәренсә, миҙгелгә бәйле сирлеләрҙең артыуы нормаға тап килә. Ковид госпиталдәр COVID-19, ОРВИ һәм пневмония менән ауырыусыларҙы ҡабул итергә әҙер, тип өҫтәне ул...

Башҡортостанда коронавирус инфекцияһынан дауаланыу өсөн буш койка фонды 10%  тәшкил итә. Ошо хаҡта хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итте. Бер аҙна элек ул 25% тип әйткәйне, был иһә Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығынвң талаптарына тап килә.

Республикала ОРВИ һәм грипп йоҡтороусыларҙың артыуы күҙәтелә, миҙгелле ауырыуҙарға ҡаршы прививка яһау кампанияһы бара, тип билдәләне Айрат Рәхмәтуллин.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус инфекцияһының таралыу графигына иғтибар итте. Айрат Рәхмәтуллин һүҙҙәренсә, миҙгелгә бәйле сирлеләрҙең артыуы нормаға тап килә. Ковид госпиталдәр COVID-19, ОРВИ һәм пневмония менән ауырыусыларҙы ҡабул итергә әҙер, тип өҫтәне ул.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған тәүлектә Башҡортостанда коронавирус йоҡтороуҙың 69 яңы осрағы асыҡланған. Бөгөн республикала 95 пациент, шул иҫәптән 70 оло йәштәге кеше стационарҙа дауалана. Ә 941 ауырыу өй шарттарында мәкерле сиргә ҡаршы көрәшә, шуларҙың 424-е — 60 йәште үткән. Тәүлек эсендә 64 кеше коронавирустан һауыҡҡан.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас