+21 °С
Болотло


Республиканың баш дәүләт инспекторы Владимир Севастьянов үткән ялдарҙа булған рейд тураһында үҙенең Телеграм каналында мәғлүмәт бирҙе.
Мәғлүм булыуынса, бында махсус рейдтар һәр ял була һәм улар үҙенең һөҙөмтәлелеген күрһәтә.
Шулай итеп, ял көндәрендә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу буйынса 4,4 меңдән ашыу административ протокол төҙөлгән. Руль артына эскән килеш ултырған 153 водитель туҡтатылған. Шуларҙың 13-өнә был хоҡуҡ боҙоуҙы ҡабаттан ҡылған өсөн енәйәти эш асыу көтөлә.
Иҫерек водителдәр йәки башҡа юл ҡағиҙәләрен боҙоу тураһында 8(347)279-32-92 телефоны буйынса хәбәр итә алаһығыҙ.