

Буранбай ауылы егете, башҡорт шиғриәтенең иң сағыу йондоҙҙарының береһе, мәшһүр шағир һәм танылған журналист, педагог Рәйес Ғоссам улы Түләков үҙ заманының иң алдынғы ҡарашлы шәхестәренең береһе булды.Уның шиғриәттә үҙенә генә хас йөҙө, үҙенә генә хас фекере һәм һүҙе булды.Берәүҙе лә ҡабатламаны, берәүгә лә оҡшамаған ине уның фекере.
Рәйес Түләк Сибай ҡалаһында эшләгәндә уның менән күп аралашырға тура килде."Атайсал" гәзитендә йыш ҡунаҡ булды ул, үҙенең тос фекерле, үҙенсәлекле, уйландырырлыҡ мәҡәләләрен, шиғырҙарын алып килде.
Бер ваҡиғаны яҡшы хәтерләйем: халҡыбыҙ яҙмышына ҡағылышлы актуаль мәҡәләһендә материалды баҫмаға әҙерләүсе журналистың "бисә" тигән һүҙҙе "ҡатынға" әйләндереүен бөтөнләй ҡабул итмәй, беҙҙе ныҡ әрләп сығып китте."Башҡорттоң "бисә" тигән ниндәй матур һүҙе бар, ә һеҙ шуны "ҡатын" тип үҙгәрткәнһегеҙ, бөтә мәҡәләнең тәмен, мәғәнәһен юҡҡа сығарғанһығыҙ!" - тип беҙҙең күҙҙе лә астырманы.
Ысынлап та, хаҡлы ине Рәйес ағай.Ул һәр ваҡыт үҙе булып ҡала белде, һәр ваҡиғаға үҙенең ҡарашы бар ине.Ғорур, үҙ һүҙле, рухлы, ярһыу ине ағай.Милли темаларға хәтәр фекерҙәр әйтер ине.
Рәйес Түләк, халыҡ шағиры исемен алып өлгөрмәһә лә, ҡәҙерле мираҫ ҡалдырып китте.Ул халыҡ күңелендә барыбер ҙә халыҡ шағиры булып ҡаласаҡ.