+21 °С
Болотло


Баймаҡ халыҡ ижады үҙәгендә Республика көнөнә арналған тантана барышында БР төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһы башҡарыусы Владислав Сидоркин баймаҡтарҙы республика Башлығы исеменән тәбрикләне һәм наградалар тапшырҙы. Иң тәүҙә ул махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған Арсен Хайсаровтың наградаһын уның улына тапшырҙы. Залда ултырыусылар был мәлдә күҙ йәштәрен тыя алманы.
Арсен Хайсаров - Баймаҡ егете. Әрме сафында уҡ үҙен тик өлгөлө яҡтан күрһәтә, хәрби тормошто һайлай. Махсус хәрби операция башланғас үҙ теләге менән ил һағына баҫа. Батырҙарса һәләк булған яугирҙең рухы тыныс булһын.
Айнур Юлдашбаев фотоһы.