Новости
11 Октябрь 2023, 07:00

Йәшлек үҙенекен итте

Иҫке Сибайҙа атайҙар һәм улдар бер-береһен ныҡлыҡҡа һынап ҡараны...

Йәшлек үҙенекен иттеЙәшлек үҙенекен итте
Йәшлек үҙенекен итте

Иҫке Сибайҙа атайҙар һәм уҡыусы балалар футбол яланында осрашты. Ярыш Республика көнөнә арнап үткәрелде.  Биләмәнең ир-егеттәр ҡоро рәйесе Сибай Утарбаев былай тине:

- Футболды һөйөүселәрҙең күплеге ҡыуандырҙы. Һәр командала, алмаш уйынсылар менән 15- әр кеше. Һәм, әлбиттә, көйәрмәндәр. Бик ҡыҙыу уйын күҙәттек. Уйындың аҙағына хәтлем ҡайһы команда еңерен фаразлап булманы. Етеҙлек менән тәжрибә,сәм менән көс, улдар менән атайҙар бер береһен ныҡлыҡҡа һынап ҡаранылар. Әммә йәшлек үҙенекен ала. Минималь иҫәп менән атайҙар көмөш миҙалдарға лайыҡ булдылар, балалар - еңеүсе! Һәр команданың иң яҡшы уйынсылары грамоталар менән бүләкләнде. Әүҙем көйәрмәндәр ҙә ихтибарһыҙ ҡалманылар. Ҙур футбол байрамын үткәрешкәндәре өсөн атайҙар ҡоро ағзаларына, Иҫке Сибай урта мәктәбе администрацияһына рәхмәт һүҙҙәремде еткерәм! БАЙРАМ МЕНӘН, АУЫЛДАШТАР!

Бындай саралар <Һауоыҡ> милли проектында ҡаралған. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас