+24 °С
Ямғыр
Телмәр үҙгәрҙе хәҙер. Әллә ниндәй яңы үҙләштерелгән һүҙҙәр, ят төшөнсәләр килеп инде. Хәтереңдә ҡалдырып ҡына өлгөр!
Әле бына бер апай милли проект тураһында һөйләшеп киттек. "Культураға ҡағылышлыһы ҡыҙыҡһындыра. Үҙем пенсионер булһам да хәҙер. Ниҙәр эшләнә минең коллегалар өсөн?" тип һорап ҡуйҙы.
“Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы ҡала һәм район үҙәктәрендәге балалар сәнғәт һәм музыка мәктәптәренең филиалдары асылды. Уларҙың биналары ремонтлана, кадрҙар менән тәьмин ителә, музыка ҡоралдары һатып алына. Ғөмүмән, проекттың йүнәлештәре күп. Әле беҙҙең райондың һәр ауылында эшләгән фольклор, халыҡ, бейеү һәм башҡа ансамблдәр ҙә уның файҙаһын күрер тип ышанғы килә.