Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
9 Октябрь 2023, 05:45

Сим-картаны ла, банк картаһын да "биреп торорға" ярамай!

Кибермутлашыусылар халыҡты алдауҙың яңы юлын уйлап тапҡан. Улар енәйәтенә "еңел аҡса" эшләргә теләүселәрҙе лә йәлеп итә. Был тоҙаҡҡа күберәк мәктәп уҡыусылары һәм студенттар эләгә. Шул рәүешле улар ҙа енәйәтселәр рәтенә инә...

Сим-картаны ла, банк картаһын да "биреп торорға" ярамай!Сим-картаны ла, банк картаһын да "биреп торорға" ярамай!
Сим-картаны ла, банк картаһын да "биреп торорға" ярамай!

Шулай итеп, һеҙгә сим-карта йә банк карточкаһын "биреп торорға" тигән тәҡдим килә. Бының өсөн яҡшы ғына аҡса вәғәҙә итәләр. Кешеләр уны-быны уйлап тормай, "тик ятҡан" карточкаһының бар мәғлүмәтен бирә. Һәм шул иҫәп аша мутлашыусылар башҡа граждандарҙан алдап алған аҡсаны күсерә башлай. Һеҙ "мин быны белмәнем" тип әйтә алаһығыҙ. Әммә барыбер был һеҙҙе яуаплылыҡтан ҡотҡармаясаҡ. Шуға күрә иғтибарлы булығыҙ. Еңел юл менән аҡса эшләргә уйлап, енәйәтселәр иҫәбенә инмәгеҙ. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас