Новости
9 Октябрь 2023, 09:20

Лайыҡлы исем бирелде

Күсей мәктәбе директоры Ҡунаҡбай Шәриф улы Уйылданов Уҡытыусы көнөндә Өфөлә Республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров ҡулынан "Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре" исеме һәм миҙалын алды. Афарин! Ҡотлайбыҙ!

Лайыҡлы исем бирелдеЛайыҡлы исем бирелде
Лайыҡлы исем бирелде

Күсей мәктәбе директоры Ҡунаҡбай Шәриф улы Уйылданов Уҡытыусы көнөндә Өфөлә Республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров ҡулынан "Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре" исеме һәм миҙалын алды.

- Ошо оло наградаға тәҡдим иткән коллегаларыма, Күсей мәктәбе коллективына, Баймаҡ районы мәғариф бүлегенә, уның етәксеһе Ирмәков Фәнил Рамаҙан улына, Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Ғәбдрәшит улы Әминевҡа, мәғариф министрлығына, ҡыуанысымды уртаҡлашҡан барлыҡ туғандарым, дуҫтарым, хеҙмәттәштәремә оло рәхмәтемде еткерәм! Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, бәхетле киләсәк, тыныс тормош теләйем!-тине дриктор тантанан һуң.

Уҡытыусыларҙы билдәләү, уларҙың статусын күтәреү "Мәғариф" милли проектына ярашлы башҡарыла.

 Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Мәғариф” милли проектын ғәмәлгә ашырыу өсөн барлығы 17,5 миллиард һум аҡса бүленә. Был сумма 2019 йылдың 1 ғинуарынан 2024 йылдың 31 декабренә тиклем арауыҡҡа йүнәлтелә.

Һәр йыл буйынса бүлеп ҡарағанда, ул түбәндәгесә:

2019 йылда - 4,8 миллиард һум;

2020 йылда - 2 миллиард 181 миллион;

2021 йылда - 2 миллиард 192 миллион;

2022 йылда - 3 миллиард 243 миллион;

2023 йылда - 2 миллиард 265 миллион;

2024 йылда - 2 миллиард 492 миллион һум.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас