+24 °С
Дождь


Баймаҡтар махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир-егеттәргә сираттағы гуманитар ылау әҙерләне. Район хакимиәте яугирҙәребеҙҙең һорауҙары буйынса төрлө техник саралар әҙерләне. Шулай уҡ ҡыш яҡынлашыуын иҫәпкә алып, ир-егеттәрҙе һалҡындан һаҡлаясаҡ әйберҙәр ҙә әҙерләнде. Төрлө ойошма-учреждение хеҙмәткәрҙәре, эшҡыуарҙар, халыҡ, ситтә йәшәгән яҡташтарыбыҙ дарыу, аҙыҡ-түлек һ.б. мөһим кәрәк-яраҡты әҙерләне. “Был ылау әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла булған бар яугирҙәребеҙгә барып етһен өсөн барыһы ла эшләнәсәк”,- тине район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев.
Айнур Юлдашбаев фотолары.