+24 °С
Ямғыр


Махсус хәрби операцияла булған ир-егеттәрҙең яҡындарына ярҙам итеү районда төп маҡсат итеп ҡуйылған. Ошо көндәрҙә Йылым ауылының яугирҙәренең ғаиләһенә, ата-әсәләренә утын килтерелде. Ишбирҙе ауылынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ата-әсәләренә бесән алып килделәр. Шулай уҡ ошо уҡ ауылдан бер яугирҙең өләсәй-ҡартатаһының ҡоймалары яңыртып кәртәләнгән. Бындай ярҙам ҡалала ла, һәр биләмәлә лә ойошторола.