Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
3 Октябрь 2023, 11:20

Туҡтатыу өсөн ҡорал ҡулланыла

Машинаның тәгәрмәсенә атырға мәжбүр булалар...

Туҡтатыу өсөн ҡорал ҡулланылаТуҡтатыу өсөн ҡорал ҡулланыла
Туҡтатыу өсөн ҡорал ҡулланыла

Юл-патруль хеҙмәте Амангилде - Баймаҡ юлында ВАЗ 2110 автомобиленә туҡтарға ҡушалар, Был водителдең документтарын тикшереү өсөн эшләнә. Әммә машина туҡтар урынға елдереп үтеп китә. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре талапты үтәмәгән машина артынан төшә. Әммә водитель тиҙлекте арттыра ғына бара. Водитель ҡаршы полосаға сығып, башҡаларға хәүеф тыуҙыра башлағас, инспекторҙар табель ҡоралын ҡулланырға мәжбүр була һәм "тыңламаған машинаның" тәгәрмәсенә аталар. Водитель ошонан һуң ғына туҡтай. Ул 27 йәштәге ир булып сыға. Уның ни өсөн ҡасыуы ла аңлашыла. Уның бер ҡасан да водитель таныҡлығы булмаған, машинаһы ла теркәүгә ҡуйылмаған. Машина махсус стоянкаға ҡуйылған, иргә ҡарата бер нисә административ протокол төҙөлгән.   

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас