Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
28 Сентябрь 2023, 05:58

Министрҙың төбәккә эш сәфәре

Илшат Фәзрахманов ураҡ эштәре менән танышты

Министрҙың төбәккә эш сәфәреМинистрҙың төбәккә эш сәфәре
Министрҙың төбәккә эш сәфәре

Кисә районда эш сәфәре менән БР Премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов һәм уның урынбаҫары Ирек Сураҡов булды.

Етәкселәр район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев һәм уның урынбаҫары Азат Шәрипов оҙатыуында Сибай элеваторында булды, предприятиеның производство ҡеүәттәре менән танышты, яңы ашлыҡты ҡабул итеү шарттары менән ҡыҙыҡһынды.Унда шытҡан игенде тапшырыу мәсьәләһе көн үҙәгенә сығарылды.Сөнки ашлыҡты ҡайҙа итергә, тигән һорау бөгөн һәр фермерҙы борсой.

Артабан министр Йылайыр зонаһы хужалыҡтарында ураҡ эштәре менән танышты.Атап әйткәндә, ул Айрат Шәрәфетдинов КФХ-һында булды.Һөйләшеү барышында Илшат Илдус улы республикала тауыҡ үҫтереү буйынса яңы программа булдырыласағы тураһында белдерҙе һәм был тәңгәлдә элекке фермаларҙы файҙаланыу маҡсатҡа ярашлы булыр ине, тигән фекерен еткерҙе.Үҫемлекселек менән шөғөлләнгән фермерҙар өсөн ашлыҡты ҡайҙа тапшырыу проблемаһы ла үҙенән-үҙе хәл ителер ине, сөнки ҡошсолоҡ тармағы өсөн ҙур күләмдә аҙыҡ базаһы талап ителәсәк.Бер үк ваҡытта иген сәскән фермерҙарҙың үҙҙәренә лә ҡошсолоҡ менән шөғөлләнеү үҙен аҡлар ине, тине ул.

Ҡош итен күпләп етештереү мәсьәләһе юҡҡа ғына күтәрелмәй, сөнки уға ихтыяж Ҡытай, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, башҡа сит илдәрҙә ҙур.Һәм бының өсөн Башҡортостанда бөтә мөмкинлектәр бар.

"Һауа шарттары арҡаһында Баймаҡ районында ураҡ һуңлап башланды, - тине И.Фәзрахманов.-Шуға ҡарамаҫтан, бында бөтә майҙандарҙың өстән ике өлөшөндә уңыш йыйып алынған, гектар ҡеүәте лә тос - 21 центнерҙан ашыу".

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас