

“Йәшел Башҡортостан” акцияһы районда гөрләп үткән сараларҙың береһенә әүерелгән. Әлеге ваҡытта тыуған еребеҙҙең киләсәген хәстәрләгән сара дауам итә.
Ҡаланың 5-се мәктәбе янында Ватаныбыҙ өсөн йәнен-тәнен аямаған яугирҙәргә бағышланған аллея ҡалҡып сыҡты. “Йәшел Башҡортостан” акция барышында унда 145 төп ҡарағас ултыртылды. Шуныһы әһәмиәтле, унда төрлө ойошма-учреждение хеҙмәткәрҙәре һәм ҡала халҡы ҙур теләк менән ҡатнашты. Өмә байрам төҫөн алды. Халыҡ ижады үҙәге артистары дәртле йырҙарын яңғыратты, өмәселәргә тамаҡ ялғап алыу өсөн тәмлекәстәр, сәй булды.
Ағас ултыртыусыларҙы район хакимиәте ашлығы Фәнис Әминев, ҡала биләмәһе башлығы Радмир Иҫәнбаев, шулай уҡ Сибай башҡорт драма театры директоры Илнур Әбдрәшитов тәбрикләне. Өмәгә берҙәм тотонғас, ағакстар ҙа тиҙ генә ултыртып бөтөлдө. Һәр кем үҙенең эшенән оло кинәнес алды. Яңы ҡалҡып сыҡҡан Көньяҡ биҫтәһе йәшеллеккә күмелер, тип ышанайыҡ.
Шулай уҡ идара итеү компанияһы хеҙмәткәрҙәре С. Юлаев проспектының 13-сө, 15-се, 17-се һәм М. Йәлил урамының 17-се йортонда йәшәүселәр менән бергә йорт ихатаһаны ағастар ултыртты, уны тәртипкә килтерҙе.
Ер-Әсәбеҙҙе йәшелләндереүгә ваҡытын һәм көсөн йәлләмәген һәр кемгә оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерге килә. Ағастарыбыҙ гөрләп үҫеп китеп, йөҙәрләгән йылдар шаулап ултырһын!
Бындай өмәләр "Экология" милли проекты буйынса үтә.
Гүзәл Салихова.
Э. Кейекҡужина фотолары.