Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
26 Сентябрь 2023, 10:30

Күсей мәктәбенең ҡыйығы яңырҙы

Күсей мәктәбенең ҡыйығы яңы төҫ алды...

Күсей мәктәбенең ҡыйығы яңырҙыКүсей мәктәбенең ҡыйығы яңырҙы
Күсей мәктәбенең ҡыйығы яңырҙы

Беҙҙең күптән көткән хыялыбыҙ тормошҡа ашты. Иҫке Сибайҙан шәхси эшҡыуар Илнар Утарбаев етәкселегендәге төҙөүсе егеттәр мәктәптең ҡыйығына капиталь ремонт эштәрен тамамланы!

Мәктәп коллективы, ауыл халҡы, уҡыусылар, ата-әсәләр исеменән Республика, район етәкселегенә, айырыуса Хөкүмәт аппараты етәксеһе Абдрахманов Азамат Фәрит улына, район хакимиәте башлығы Әминев Фәнис Ғәбдрәшит улына, ремонт эштәренә даими иғтибар бүлгән мәғариф бүлеге етәксеһе Ирмәков Фәнил Рамаҙан улына оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм! Ир - егеттәр үҙ һүҙендә торҙо тип ҡыуанып, уларға артабанғы тынғыһыҙ эштәрендә ҙур уңыштар, ғаилә именлеге теләйем! Йорт - илебеҙ тыныс булһын! Ә инде мәктәп уҡыусыларына ошо иғтибарға яуап итеп, тик яҡшы уҡыузарын, өлгөлө тәртипле булыуҙарын теләйем!

Ҡунаҡбай Уйылданов, Күсей мәктәбе директоры. 

Күсей мәктәбенең ҡыйығы яңырҙы
Күсей мәктәбенең ҡыйығы яңырҙы
Күсей мәктәбенең ҡыйығы яңырҙы
Күсей мәктәбенең ҡыйығы яңырҙы
Күсей мәктәбенең ҡыйығы яңырҙы
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас