Яңғыҙ юл аша сығырға ярамай, юлды сыҡҡанда ҡулыңды өлкәндәрҙең ҡулынан ысҡындырмай, етәкләшеп кенә сығырға кәрәк.
Урам буйлап йөрөгәндә тротуарҙың уң яғынан атларға.
Тротуарҙан ситкә тайпылмайынса ғына атларға кәрәк.
Юлды йәйәүлеләр өсөн билдәләнгән урындан ғына үтергә.
Юл аша сығыр алдынан, светофорға ҡарап алырға: йәшел ут янһа ғына – һиңә юл асыҡ.
Юл - машиналар өсөн тәғәйенләнгән, ә тротуар – йәйәүлеләр өсөн.
Урамда транспорттарҙың һәм йәйәүлеләрҙең хәрәкәте светофор йәки урам хәрәкәтен көйләүсе ярҙамында тәртипкә һалына.
Йәмғиәт транспорттарында тәҙрәнән һонолма, ҡулыңды йәки берәй әйберҙе тәҙрә аша һуҙма.
Кескәйҙәрҙе юл хәрәкәте ҡағиҙәләре менән таныштырыу системалы һәм уларҙы йөҙәтмәй алып барылһа, был төшөнсәләрҙе балалар ныҡлап үҙләштерер.