Новости
22 Сентябрь 2023, 11:05

Юл ҡағиҙәләрен бел!

Был – бик ҡыҙғаныс, ауыр хәл. Балаларҙың һаулығы һәм ғүмере беҙҙең – ололарҙың бурысы икәнен онотмайыҡ. Шуға күрә беҙгә, юл билдәләрен хәтерҙә ҡалдырырға, юл ҡағиҙәләрен үтәргә кәрәк. Балаларҙың юл ҡағиҙәләрен дөрөҫ үтәүе ул – балалар хәүефһеҙлегенең бер юлы.

Юлға сыҡмай ҙа тороп булмай шул. Ҡайҙа ғына барһаң да, ниндәй маҡсат менән сыҡһаң да, имен-һау өйөңә әйләнеп ҡайтып инеү – оло бәхет. Хәҙер –автомобиль заманы. Транспорт күп булғанлыҡтан, уларҙың хәрәкәтен тәртипкә һалыр кәрәк.  1994 йылдан беҙҙең илдә халыҡ-ара юл йөрөү ҡағиҙәләре индерелгән. Барлыҡ машина йөрөтөүселәр уларҙы өйрәнәләр һәм ҡулланалар. Был ҡағиҙәләр боҙолған осраҡта төрлө юл һәләкәттәре – авариялар була, машиналар ватыла, иң аянысы – кешеләр улә.

Юл йөрөү ҡағиҙәләрен машина йөрөтөүселәр генә түгел, йәйәүлеләр ҙә яҡшы белергә тейеш, сөнки йыш ҡына улар ғәйебе менән юлдарҙа төрлө фажиғәләр була. Уларҙа күбеһенсә балалар үлә, имгәнә, ғәрип ҡала. Был – бик ҡыҙғаныс, ауыр хәл. Балаларҙың һаулығы һәм ғүмере беҙҙең – ололарҙың бурысы икәнен онотмайыҡ. Шуға күрә беҙгә, юл билдәләрен хәтерҙә ҡалдырырға, юл ҡағиҙәләрен үтәргә кәрәк. Балаларҙың юл ҡағиҙәләрен дөрөҫ үтәүе ул – балалар хәүефһеҙлегенең бер юлы.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас