Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
21 Сентябрь 2023, 11:45

Балалар ҡатнашлығындағы авариялар артҡан

Республиканың баш дәүләт инспекторы Владимир Севастьянов балиғ булмағандар ҡатнашлығындағы авариялар 18% артыуын белдерҙе. Йыл башынан юлдарҙа 382 бала зыян күргән, шуларҙың 8-е һәләк булған. Шулай уҡ балиғ булмағандарҙың руль артына ултырыуы арҡаһында ҡылынған авариялар икеләтә артҡан...

Балалар ҡатнашлығындағы авариялар артҡанБалалар ҡатнашлығындағы авариялар артҡан
Балалар ҡатнашлығындағы авариялар артҡан

Республиканың баш дәүләт инспекторы Владимир Севастьянов балиғ булмағандар ҡатнашлығындағы авариялар 18% артыуын белдерҙе. Йыл башынан юлдарҙа 382 бала зыян күргән, шуларҙың 8-е һәләк булған.

Шулай уҡ балиғ булмағандарҙың руль артына ултырыуы арҡаһында ҡылынған авариялар икеләтә артҡан.

Йәйәүле 113 бала зыян күргән, шуларҙың берәүһе һәләк булған. 

Әлеге ваҡытта республикала, шул иҫәптән районыбыҙҙа ла "Иғтибар - юлдарға" кампанияһы дауам итә. Балаларҙы һаҡлау өсөн үткәрелгән акция сентябрь башында башланғайны. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас